Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
22 Февраль 2020, 18:40

Байрам менән, ҡәҙерле ветерандар!

Быйыл беҙ ғәйәт ҙур, мөһим дата – Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығын билдәләйбеҙ. Илгә ҡот осҡос ҡайғылар килтергән яу ҡупҡас, беҙҙең атай-олатайҙар ҙа ҡулдарына ҡорал алып, ил һағына баҫҡан. Фронтта дошмандарға ҡаршы аяуһыҙ һуғышҡан 13 мең ярымдан ашыу райондашыбыҙҙың ҡап яртыһы тигәндәй мәңгелеккә яу яландарында ятып ҡалған. Ваҡыт аяуһыҙ: тыуған тупраҡҡа ҡайтып аяҡ баҫҡан һәм һуғыштан һуң илде аяҡҡа баҫтырыуҙа фиҙаҡәрлек күрһәткән алты меңдән ашыу яҡташыбыҙҙың бары тик бишәүһе (!) генә Еңеүҙең 75 йыллыҡ юбилейын ҡаршылай. Бөгөн район хакимиәте башлығы Ғайса Янбаев Ибраһим ауылында йәшәүсе Йосопбаев Тимербулат Әбүбәкир улын, Мораҡ ауылында ғүмер итеүсе Хәкимов Нәбиулла Хәбибулла улын, Мәжитов Хәсән Барлыбай улын, Кәримов Әхмәтйән Рәхимйән улын Ватанды һаҡлаусылар көнө менән ҡотланы һәм уларға юбилей миҙалдары, бүләктәр тапшырҙы. Ҡәҙерле ветерандарыбыҙға ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер теләйбеҙ! Бөйөк Еңеүҙең 75 кенә түгел, алдағы юбилейҙарын да иҫән-һау ҡаршыларға насип булһын ине уларға.

Быйыл беҙ ғәйәт ҙур, мөһим дата – Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығын билдәләйбеҙ. Илгә ҡот осҡос ҡайғылар килтергән яу ҡупҡас, беҙҙең атай-олатайҙар ҙа ҡулдарына ҡорал алып, ил һағына баҫҡан. Фронтта дошмандарға ҡаршы аяуһыҙ һуғышҡан 13 мең ярымдан ашыу райондашыбыҙҙың ҡап яртыһы тигәндәй мәңгелеккә яу яландарында ятып ҡалған.
Ваҡыт аяуһыҙ: тыуған тупраҡҡа ҡайтып аяҡ баҫҡан һәм һуғыштан һуң илде аяҡҡа баҫтырыуҙа фиҙаҡәрлек күрһәткән алты меңдән ашыу яҡташыбыҙҙың бары тик бишәүһе (!) генә Еңеүҙең 75 йыллыҡ юбилейын ҡаршылай.
Бөгөн район хакимиәте башлығы Ғайса Янбаев Ибраһим ауылында йәшәүсе Йосопбаев Тимербулат Әбүбәкир улын, Мораҡ ауылында ғүмер итеүсе Хәкимов Нәбиулла Хәбибулла улын, Мәжитов Хәсән Барлыбай улын, Кәримов Әхмәтйән Рәхимйән улын Ватанды һаҡлаусылар көнө менән ҡотланы һәм уларға юбилей миҙалдары, бүләктәр тапшырҙы.
Ҡәҙерле ветерандарыбыҙға ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер теләйбеҙ! Бөйөк Еңеүҙең 75 кенә түгел, алдағы юбилейҙарын да иҫән-һау ҡаршыларға насип булһын ине уларға.
Читайте нас: