Бөгөн Башҡортостан Республикаһының тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Искәндәров Урал Салауат улы граждандарҙы шәхси һорауҙар буйынса ҡабул итте. Ҡабул итергә килеүселәр араһында айырым кешеләр ҙә, ауыл биләмәләре башлыҡтары һәм башҡа яуаплы вазифа биләгәндәр ҙә булды. Тәүгеләрен йылғаны бысратыу кеүек һорауҙар борсоһа, һуңғылары ҡом-таш алыу өсөн карьерҙар асыу, йылға үҙәнен үҙгәртеү, һунарсылыҡ итеү мөҙҙәтен арттырыу, балыҡсылыҡ менән шөғөлләнеү өсөн быуаларҙы рәсмиләштереү мәсьәләләрен күтәрҙе. Был хаҡта тулыраҡ мәҡәләне гәзитебеҙҙең киләһе һанында уҡырһығыҙ