Кисә Ялсы ауыл биләмәһендә урындарҙа халыҡтың һулышын асығыраҡ тойоу, уны борсоған мәсьәләләрҙе хәл итеү мөмкинлеген биреүсе хакимиәт көндәре үтте. Район хакимиәте башлығы Ғайса Янбаев һәм уның етәкселегендә белгестәр, БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты Әлфәрис Байсурин социаль тәғәйенешле объекттарҙың хәл-торошо менән танышты. Ялсы ауылының күп функциялы үҙәгендә граждандарҙы ҡабул итеү ойошторолдо, күсмә кәңәшмәнең пленар өлөшөндә мөһим һорауҙар ҡаралды.