Халыҡ тарафынан һайланған депутаттар иң тәү сиратта халыҡ мәнфәғәтен ҡайғыртырға тейеш, тиҙәр. Был йәһәттән беҙҙең округ депутаттарына һүҙ тейҙерерлек түгел: һайлаусыларын онотмайҙар, шәхсән ҡабул итеүҙәр ойоштороп, уларҙы борсоған һорауҙарҙы хәл итеүгә ҙур өлөш индерәләр.
Бөгөн, йәғни 19 февралдә, БРДәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Әлфәрис Сәлихйән улы Байсурин эш сәфәре менән Күгәрсен районына килде һәм граждандарҙы шәхси һорауҙар буйынса ҡабул итте. Был юлы уға ниндәй һорауҙарҙы хәл итеүҙә ярҙам һорап мөрәжәғәт иткәндәр – был хаҡта гәзитебеҙҙең киләһе һанында уҡырһығыҙ.