Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
18 Февраль 2020, 18:05

Тәҙрә төбөм - гөл генә

Ҡына гөлөн (бальзамин) халыҡта "шәкәрле гөл", “мокрый Ванька” тип тә йөрөтәләр. Эҫе, ҡояш нурҙары тура төшкән урында тиҙ хәлһеҙләнһә лә, яҡтылыҡ ярата. Ботаҡтан ултыртҡанда тиҙ тамырлана. Орлоҡтан үрсеү ваҡыты оҙағыраҡ. Тамырландырып ултыртҡандан һуң, ике аҙна эсендә сәскәгә бөрөләнә. Сәскәһеҙ һирәк ултыра, рауза һымаҡ бөҙрәһе лә, ябайы ла була. Төҫтәре лә төрлө. Һыуҙы ярата, әммә самаһыҙ күп ҡойоп, серетергә лә мөмкин. Ашламаға артыҡ мохтаж түгел, шулай ҙа ваҡыты-ваҡыты менән шәкәрле-баллы һыу ҡойһаң, гөлөгөҙ шау сәскә булып ҡыуандырыр. Йылына бер гәрәбә кислотаһы (дарыуханала була, “Янтарная кислота” тип һорағыҙ) менән дә туҡландырырға мөмкин. Ул бөтә төр гөлдәр өсөн дә файҙалы. Тик самаһын белеп, йылына бер (ғәҙәттә, яҙғыһын) бер литр һыуға бер төймә дарыуҙы иҙеп, гөлдәргә ҡоялар. Ҡына гөлө иркен, ҙур һауытты яратмай. Йәтешерәк һауытта матур үҫә. Тиҙ ҡартая. Бер йыл-йыл ярым тирәһе үҫкәндән һуң, яңы ботаҡ алып, йәшәртеп торорға кәрәк.

Ҡына гөлөн (бальзамин) халыҡта "шәкәр гөлө", “мокрый Ванька” тип тә йөрөтәләр. Эҫе, ҡояш нурҙары тура төшкән урында тиҙ хәлһеҙләнһә лә, яҡтылыҡ ярата. Ботаҡтан ултыртҡанда тиҙ тамырлана. Орлоҡтан яй үҫә. Тамырландырып тупраҡҡа тыҡҡандан һуң, ике аҙна эсендә сәскәгә бөрөләнә. Сәскәһеҙ һирәк ултыра, рауза һымаҡ бөҙрәһе лә, ябайы ла була. Төҫтәре лә төрлө. Һыуҙы ярата, әммә самаһыҙ күп ҡойорға ярамай, юғиһә гөлөгөҙ сереүе ихтимал. Ашламаға артыҡ мохтаж түгел, шулай ҙа ваҡыты-ваҡыты менән шәкәрле-баллы һыу ҡойһаң, гөлөгөҙ шау сәскә булып ҡыуандырыр. Йылына бер гәрәбә кислотаһы (дарыуханала була, “Янтарная кислота” тип һорағыҙ) менән дә туҡландырырға мөмкин. Ул бөтә төр гөлдәр өсөн дә файҙалы. Тик самаһын белеп, йылына бер (ғәҙәттә, яҙғыһын) бер литр һыуға бер төймә дарыуҙы иҙеп, гөлдәргә ҡоялар. Ҡына гөлө иркен, ҙур һауытты яратмай. Йәтешерәк һауытта матур үҫә. Тиҙ ҡартая. Бер йыл-йыл ярым тирәһе үҫкәндән һуң, яңы ботаҡ алып, йәшәртеп торорға кәрәк.
(һүрәттәр интернеттан алынды)
Читайте нас в