Фатима апай менән Ғәбделәхәт ағай Һөйәрғоловтар “Мораҙым”дың яңы һанын алырға тип редакцияға ла инеп сыҡҡан арала ғына ла беҙҙең, йәштәрҙең, хәл-әхүәлдәрен һорашып, матур кәңәштәрен, фатихаларын биреп китә.
Ғәбделәхәт ағай ҙа, Фатима апай ҙа дин юлында. Икәүләшеп йома сәйҙәренә, аятҡа йөрөйҙәр, рамаҙан айында теүәл итеп ураҙаларын тота, дини байрамдарҙа ла һәр ваҡыт әүҙем улар.
Ғәбделәхәт ағай 2008 йылда хажға ла барып ҡайтты.
– Элек “Совет Башҡортостаны” гәзитендә Аллаһы Тәғәләнең туҡһан туғыҙ исеме баҫылып сыҡҡайны. Шул яҙманы киҫеп алдым да, кеҫә дәфтәре араһына һалып ҡуйҙым. Ҡырҡ йылға яҡын йөрәк тапҡырында йөрөткән был ҡағыҙ киҫәге үҙенә күрә дингә юл ярыусы булып тора минең өсөн.
Иман юлы – иң хаҡ юлдарҙың береһе ул. Киләсәген ҡайғыртҡан кеше балаларына иң тәү сиратта дини тәрбиә бирергә тейеш. Иманлы, тәүфиҡлы балалар – милләт киләсәге,– ти Ғәбделәхәт ағай.