Мораҙым
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
18 Февраль 2020, 12:05

Атҡаҙанған колхозсы Мәрзиә инәй

Үрге Бикҡужа ауылында тыуып үҫеп, шул ерҙә төйәк нығытҡан Фәхретдинова Мәрзиә Мөжәүир ҡыҙы һикһән йәшен тултырһа ла, әбейҙәрсә генә булһа ла, һаман үҙ яйына донъяһын көтә, малын да аҫрай, баҡсаһын да үҫтерә.Мәрзиә инәй оҙаҡ йылдар алдынғы һауынсы була. Көнөнә өсәр тапҡыр ҡул менән 25-әр һыйыр һауырға тура килһә лә, бер көн дә ял итмәйсә 4-5 йыл рәттән эшләй. Фиҙаҡәр хеҙмәте лә тейешенсә баһалана – 1980 йылда “Социалистик ярыш еңеүсеһе”, “Коммунистик хеҙмәт ударнигы” булып билдәләнә, “Алтын ҡуллы оҫта” дипломы менән бүләкләнә, 1990 йылда “Атҡаҙанған колхозсы” исеменә лайыҡ була. Мәҡәләнең тулы вариантын “Мораҙым” гәзитенең киләһе һандарында уҡырһығыҙ.

Үрге Бикҡужа ауылында йәшәгән Фәхретдинова Мәрзиә Мөжәүир ҡыҙы һикһән йәшен тултырһа ла, әбейҙәрсә генә булһа ла, һаман үҙ яйына донъяһын көтә, малын да аҫрай, баҡсаһын да үҫтерә. Оҙаҡ йылдар алдынғы һауынсы була Мәрзиә инәй. Көнөнә өсәр тапҡыр ҡул менән 25-әр һыйыр һауырға тура килһә лә, бер көн дә ял итмәйсә 4-5 йыл рәттән эшләй. Фиҙаҡәр хеҙмәте лә тейешенсә баһалана – 1980 йылда “Социалистик ярыш еңеүсеһе”, “Коммунистик хеҙмәт ударнигы” булып билдәләнә, “Алтын ҡуллы оҫта” дипломы менән бүләкләнә, 1990 йылда “Атҡаҙанған колхозсы” исеменә лайыҡ була.
Мәҡәләнең тулы вариантын “Мораҙым” гәзитенең киләһе һандарында уҡырһығыҙ.
Читайте нас: