Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
17 Февраль 2020, 17:17

Һәр шөғөлдөң нигеҙендә ныҡышмалы хеҙмәт ята

Һуңғы йылдарҙа ауыл ерендә йәшелсәселек тармағы ла киң үҫешә бара. Был, беренсенән, халыҡты экологик яҡтан таҙа продукция менән тәьмин итеүгә бер аҙым булһа, икенсенән, эшҡыуарҙарға беҙҙең районда киң таралмаған тармаҡҡа иғтибар итеп , үҙҙәрен был өлкәлә һынап ҡарарға мөмкинлек бирә.Үткән аҙнала район хакимиәтендә үткән сираттағы “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә ошо тармаҡ буйынса эш башларға уйлаған Юрий Кириллин комиссия ағзаларын үҙ проекты менән таныштырҙы.

Һуңғы йылдарҙа ауыл ерендә йәшелсәселек тармағы ла киң үҫешә бара. Был, беренсенән, халыҡты экологик яҡтан таҙа продукция менән тәьмин итеүгә бер аҙым булһа, икенсенән, эшҡыуарҙарға беҙҙең районда киң таралмаған тармаҡҡа иғтибар итеп , үҙҙәрен был өлкәлә һынап ҡарарға мөмкинлек бирә.
Үткән аҙнала район хакимиәтендә үткән сираттағы “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә ошо тармаҡ буйынса эш башларға уйлаған Юрий Кириллин комиссия ағзаларын үҙ проекты менән таныштырҙы. Ул Мораҡ
ауылында ҡыяр үҫтереү менән шөғөлләнергә уйлай. Юрий Григорьевичтың сауҙа өлкәһендә тәжрибәһе ҙур ғына, эште башлар өсөн ер участкаһы, унда урынлашгҡан 20-гә 50 метрлыҡ теплицаһы ла бар, үҫентеләр ултыртыу өсөн орлоҡтар ҙа алынған. Йәшелсәләрҙең үҫешен һәм сәскә атыу ваҡытын тиҙләтеү өсөн ашлама индереү, даими дымды һаҡлау ҙа ҡыярҙың тиҙ өлгөрөүенә булышлыҡ итә. Шуға хужа уны заманса итеп йыһазландырға планлаштыра.
Тәүге уңышты апрель аҙаҡтарында, май баштарында алырға уйлайҙар. Йәшелсәләрҙе һатыу буйынса ла проблемалар булмаҫ, тип өмөтләнәләр, сөнки беҙҙең яҡтарҙа теплица эшенә тотоноусылар артыҡ күп түгел, шуға был йәшелсә төрөнә ихтыяж ҙур.
Юрий Кириллин эш башлаусы фермерҙарға ярҙам итеүҙе маҡсат итеп ҡуйған “Агростартап” программаһында ҡатнашырға иҫәп тота. Әгәр бөтәһе лә ыңғай килеп сығып, был уйы тормошҡа ашһа,
теплицаһын тағы ла ҙурайтырға һәм уны газификацияларға планлаштыра. Һәр эштең үҙ сере, үҙ нескәлектәре бар. Теплицала даими йылылыҡты тотоу өсөн бер нисә сәғәт һайын мейескә утын өҫтәп торорға кәрәк. Шуға был эште еңеләйтер өсөн иң тәүҙә газ үткәрергә кәрәк, ти ул. Эшҡыуар киләсәктә томаттар үҫтереүгә лә тотонорға уйлай.
Комиссия ағзалары уның проектын хупланы һәм яңы тармаҡта үҙ эшен башларға тороусы эшҡыуарға уңыштар теләне.
Тиҙҙән яҙ ҙа етә. Йүнсел хужа өсөн мәшәҡәтле лә, табышлы ла осор башлана. Беҙ ҙә иртә таңдан ҡара кискә тиклем тир түгеп, үҙ эшен башҡарған йүнсел хужаға уңыштар теләйбеҙ. Һәр шөғөлдөң нигеҙендә – ны­ҡышмалы хеҙмәт. Быны эш башларға тороусылар яҡшы белә.
Розалия ИСҠУЖИНА
Читайте нас: