Мораҙым
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
15 Февраль 2020, 13:20

Уңалмаҫ та инде был яралар, Күңелдәрҙә ҡуҙҙай яналар...

15 февраль – Яугир-интернационалистарҙы иҫкә алыу көнө Уңалмаҫ та инде был яралар,Күңелдәрҙә ҡуҙҙай яналар...Беҙҙең хәрбиҙәр афған илендә 1979 йылдың 28 декабренән 1988 йылдың 15 февраленә тиклем, йәмғеһе 9 йыл да 1 ай һәм 12 кѳн була. 1988 йылдың майында Советтар Союзы ғәскәрҙәре илдән сығарыла башлай һәм 1989 йылдың 15 февралендә СССР-ҙың 40- сы армияһының һуңғы подразделениеһы тыуған илгә ҡайта. Ярты миллиондан ашыу совет һалдаты һәм офицерының яҙмышын аҫтын-өҫкә килтергән афған һуғышы беҙҙең республикабыҙ өсөн дә эҙһеҙ үтмәй. Унда Башҡортостандан 10 меңгә яҡын егет ҡатнаша. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, яуҙа 343 яҡташыбыҙҙың ғүмере өҙөлә.

Беҙҙең хәрбиҙәр афған илендә 1979 йылдың 28 декабренән 1988 йылдың 15 февраленә тиклем, йәмғеһе 9 йыл да 1 ай һәм 12 кѳн була. 1988 йылдың майында Советтар Союзы ғәскәрҙәре илдән сығарыла башлай һәм 1989 йылдың 15 февралендә СССР-ҙың 40- сы армияһының һуңғы подразделениеһы тыуған илгә ҡайта.
Ярты миллиондан ашыу совет һалдаты һәм офицерының яҙмышын аҫтын-өҫкә килтергән афған һуғышы беҙҙең республикабыҙ өсөн дә эҙһеҙ үтмәй. Унда Башҡортостандан 10 меңгә яҡын егет ҡатнаша. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, яуҙа 343 яҡташыбыҙҙың ғүмере өҙөлә.
Беҙҙең районыбыҙҙан 70-кә яҡын ир-егет Афғанстанда хәрби бурысын үтәй. Шуларҙың өсәүһе - Нуҡай ауылы егете Алик Рөстәмов менән Үрге Бикҡужа ауылы егете Радик Ғөзәйеров, Исем ауылы егете Заһир Ишкилдин “Йөк - 200” булып, тыуған илгә цинклы табутта ҡайта...
Ваҡыт тигән сикһеҙ даръяны туҡтатыр әмәлдәр юҡ. Күҙ асып йомған арала айҙар, йылдар уҙа. Миҙгелдәр генә түгел, донъялағы хәлдәр ҙә ҡырҡа үҙгәреп тора. Генерал Борис Громовтың сик буйындағы Пяндж йылғаһы аша һалынған күперҙән иң һуңғы булып сығып, иғлан ителмәгән һуғышҡа нөктә ҡуйыуына инде 31 йыл тулды. Йәшәйештең аҫтын өҫкә әйләндергән афған һуғышы кеүек сәйәси ваҡиғалар бер ҡасан да ҡабатланмаһын!
Читайте нас: