Мораҙым
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
12 Февраль 2020, 19:00

Бикбулатов Һибәт Сәғит улы

1923 йылдың 5 мартында Башҡорт АССР-ның Йомағужа районына ҡараған Бикҡужа ауылында донъяға килә. 1930 йылда колхозлаштырыу башланғас, ата-әсәһе Әлмәс ауылына күсә. Һибәт шунда ете йыллыҡ мәктәптә уҡый, бер үк ваҡытта колхозда ла эшләй. Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, 1942 йылдың мартында Ҡыҙыл армия сафына алына. 1095-се артиллерия полкында телефонист булып ярты йылдай хеҙмәт иткәс, Мәскәүгә ебәрәләр. Ҡаты алыштарҙың береһендә яралана һәм госпиталгә оҙатыла. Унда 4 ай самаһы булғас, яңынан һуғышҡа инә, 1076-сы танкыға ҡаршы истребителдәр артиллерияһы полкы составында разведчик булып хеҙмәтен дауам итә. 1-се Украина фронтының 1945 йылдағы Висла-Одер стратегик операцияһы барышында күрһәткән батырлығы өсөн III дәрәжә “Дан” орденына лайыҡ була. II дәрәжә Ватан һуғышы ордены менән ул 1985 йылда, Бөйөк Еңеүҙең 40 йыллығын билдәләгәндә наградлана. Һибәт Сәғит улы 2003 йылдың 8 октябрендә вафат була.

Бикбулатов Һибәт Сәғит улы 1923 йылдың 5 мартында Башҡорт АССР-ның Йомағужа районына ҡараған Бикҡужа ауылында донъяға килә. 1930 йылда колхозлаштырыу башланғас, ата-әсәһе Әлмәс ауылына күсә. Һибәт шунда ете йыллыҡ мәктәптә уҡый, бер үк ваҡытта колхозда ла эшләй. Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, 1942 йылдың мартында Ҡыҙыл армия сафына алына. 1095-се артиллерия полкында телефонист булып ярты йылдай хеҙмәт иткәс, Мәскәүгә ебәрәләр. Ҡаты алыштарҙың береһендә яралана һәм госпиталгә оҙатыла. Унда 4 ай самаһы булғас, яңынан һуғышҡа инә, 1076-сы танкыға ҡаршы истребителдәр артиллерияһы полкы составында разведчик булып хеҙмәтен дауам итә. 1-се Украина фронтының 1945 йылдағы Висла-Одер стратегик операцияһы барышында күрһәткән батырлығы өсөн III дәрәжә “Дан” орденына лайыҡ була. II дәрәжә Ватан һуғышы ордены менән ул 1985 йылда, Бөйөк Еңеүҙең 40 йыллығын билдәләгәндә наградлана. Һибәт Сәғит улы 2003 йылдың 8 октябрендә вафат була.
Читайте нас: