Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
12 Февраль 2020, 14:10

Бер аҙымдай ҡалды еңеүгә

Бер аҙымдай ҡалды еңеүгә “Айыҡ ауыл” республика конкурсының икенсе этабы бара. Шаҡайҙың унынсы көнөндә Үрге Мөрсәләйҙәр ҙә һынау тотто - бәйге комиссияһы ағзаларына тағы ла бер үҙенсәлекле сара тәҡдим итте. Ул ҡоролтай иғлан иткән “Етегән” конкурсы сиктәрендә уҙҙы. Дөмбәйҙәр нимәгә тотонһалар ҙа, еренә еткереп, матур итеп атҡарып сыға. Был юлы ла ябай ғына сараны ла ҙур байрамға әйләндереп, мисәүле аттар менән ауыл урамдарын бер итеп гөрләшеп йырлап, ҡаршыланы улар ҡунаҡтарҙы. Клуб алды умарталай гөжләп торҙо: ауылдың оҫта ҡуллы ҡатын-ҡыҙҙарының ҡул эштәренән, милли ризыҡтарҙан бай күргәҙмә ҡорғандар, олоһо ла, кесеһе лә, көндөң һыуыҡ булыуына ҡарамаҫтан, әүҙем генә йыйылған.Ауыл үҙешмәкәрҙәре - Ғәли ағай Әбсәләмов, Сағымбай Джангучуков, Фәриҙә Гәрәева, Мәҡсүт ауыл клубының “Элегия” эстрада-вокаль ансамбле, Рим Әбүбәкиров, Рәсих Садиҡов, “Ынйылар”, “Йәнбикә” фольклор ансамблдәре һәм башҡалар башҡарыуындағы йырҙар, шиғри композициялар халыҡ күңеленә хуш килде. Сараның икенсе өлөшөндә "Айыҡ ауыл" конкурсының "Сәләмәтлек үҙәге" акцияһы сиктәрендә Стәрлетамаҡ 2-се ҡала дауаханаһы врач-терапевы Лариса Баваддинова сәләмәт йәшәү рәүешенә, эскелекте, тәмәке тартыуҙы иҫкәртеүгә арналған әңгәмә үткәрҙе. Күҙәтеүҙәр буйынса, эскән кешене “йәшел йыландан” аралауға ҡарағанда айныҡтарҙы эскелек юлына баҫтырмау еңелерәк. Дөмбәйҙәр был йәһәттән эште дөрөҫ ойошторған: ауылда хәмер менән мауыҡҡандар бик булмаһа ла, сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалауға ҡоролған саралар йыш үткәрелеп тора, йәштәр, балалар менән эш даими алып барыла. Әле яңыраҡ ҡына улар тотош ауыл менән “Рәсәй саңғыһы” Бөтә Рәсәй акцияһына ҡушылып, саңғы ярышы үткәрҙе. “Айыҡ ауыл” республика бәйгеһенең икенсе этабын дөмбәйҙәр уңышлы яҡланы тиергә була. Шулай ҙа тынысланырға иртә, алда беҙҙе төп комиссия алдында яҡлау һәм интернет-тауыш биреү көтә. Күмәләгән –яу ҡайтарған тигәндәй, марттың тәүге ун көнлөгөнә планлаштырылған тауыш биреүҙә бөтәбеҙ ҙә әүҙем ҡатнашып, Үрге Мөрсәләй ауылын алға сығарһаҡ икән.

Бер аҙымдай ҡалды еңеүгә
“Айыҡ ауыл” республика конкурсының икенсе этабы бара. Шаҡайҙың унынсы көнөндә Үрге Мөрсәләйҙәр ҙә һынау тотто - бәйге комиссияһы ағзаларына тағы ла бер үҙенсәлекле сара тәҡдим итте. Ул ҡоролтай иғлан иткән “Етегән” конкурсы сиктәрендә уҙҙы.
Дөмбәйҙәр нимәгә тотонһалар ҙа, еренә еткереп, матур итеп атҡарып сыға. Был юлы ла ябай ғына сараны ла ҙур байрамға әйләндереп, мисәүле аттар менән ауыл урамдарын бер итеп гөрләшеп йырлап, ҡаршыланы улар ҡунаҡтарҙы.
Клуб алды умарталай гөжләп торҙо: ауылдың оҫта ҡуллы ҡатын-ҡыҙҙарының ҡул эштәренән, милли ризыҡтарҙан бай күргәҙмә ҡорғандар, олоһо ла, кесеһе лә, көндөң һыуыҡ булыуына ҡарамаҫтан, әүҙем генә йыйылған.
Ауыл үҙешмәкәрҙәре - Ғәли ағай Әбсәләмов, Сағымбай Джангучуков, Фәриҙә Гәрәева, Мәҡсүт ауыл клубының “Элегия” эстрада-вокаль ансамбле, Рим Әбүбәкиров, Рәсих Садиҡов, “Ынйылар”, “Йәнбикә” фольклор ансамблдәре һәм башҡалар башҡарыуындағы йырҙар, шиғри композициялар халыҡ күңеленә хуш килде.
Сараның икенсе өлөшөндә "Айыҡ ауыл" конкурсының "Сәләмәтлек үҙәге" акцияһы сиктәрендә Стәрлетамаҡ 2-се ҡала дауаханаһы врач-терапевы Лариса Баваддинова сәләмәт йәшәү рәүешенә, эскелекте, тәмәке тартыуҙы иҫкәртеүгә арналған әңгәмә үткәрҙе.
Күҙәтеүҙәр буйынса, эскән кешене “йәшел йыландан” аралауға ҡарағанда айныҡтарҙы эскелек юлына баҫтырмау еңелерәк. Дөмбәйҙәр был йәһәттән эште дөрөҫ ойошторған: ауылда хәмер менән мауыҡҡандар бик булмаһа ла, сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалауға ҡоролған саралар йыш үткәрелеп тора, йәштәр, балалар менән эш даими алып барыла. Әле яңыраҡ ҡына улар тотош ауыл менән “Рәсәй саңғыһы” Бөтә Рәсәй акцияһына ҡушылып, саңғы ярышы үткәрҙе.
“Айыҡ ауыл” республика бәйгеһенең икенсе этабын дөмбәйҙәр уңышлы яҡланы тиергә була. Шулай ҙа тынысланырға иртә, алда беҙҙе төп комиссия алдында яҡлау һәм интернет-тауыш биреү көтә. Күмәләгән –яу ҡайтарған тигәндәй, марттың тәүге ун көнлөгөнә планлаштырылған тауыш биреүҙә бөтәбеҙ ҙә әүҙем ҡатнашып, Үрге Мөрсәләй ауылын алға сығарһаҡ икән.
Читайте нас: