Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
11 Февраль 2020, 17:38

Киҙеүҙән нисек һаҡланаһығыҙ?

Республикала грипп һәм киҫкен респиратор вирус инфекцияһы менән ауырыусыларҙың күп булыуын иҫәпкә алып, 10 февралдән Өфө ҡалаһы уҡыусылары өсөн өҫтәлмә каникулдар башланды, баш ҡаланың барлыҡ мәктәптәре, Нефтекама ҡалаһының белем биреү усаҡтары һәм балалар баҡсалары аҙналыҡ карантинға ябылды. Был тәңгәлдә беҙҙә хәлдәр нисек? Мораҡ үҙәк район дауаханаһының табип-эпидемиологы ярҙамсыһы Альбина Байназарова әйтеүенсә, беҙҙең районда ла киҫкен респиратор вирус инфекцияһы менән ауырыусылар һаны артҡан, йыл башынан киҙеү билдәләре менән 418 кеше мөрәжәғәт иткән, уның 350-һе – балалар.Хөрмәтле дуҫтар! Һеҙҙең арала грипп, тымау менән ауырыусылар бармы? Киҙеүҙән нисек һаҡланаһығыҙ, ауырып кимәҫ өсөн ниндәй саралар күрәһегеҙ? Үҙегеҙҙең киҙеүҙән һаҡланыу ысулдары менән бүлешегеҙ.

Башҡортостанда киҫкен респиратор вирус инфекцияһы һәм грипп эпидемияһы башланды, тип хәбәр итә Роспотребнадзорҙың Башҡортостан буйынса идаралығы. Улар мәғлүмәттәренә ярашлы, 2020 йылдың 3 февраленән 9-ына тиклем 36 567 кешелә грипп һәм киҫкен респиратор вирус инфекцияһы теркәлгән, уларҙың 65,6 проценты — балалар.
Республикала грипп һәм киҫкен респиратор вирус инфекцияһы менән ауырыусыларҙың күп булыуын иҫәпкә алып, 10 февралдән Өфө ҡалаһы уҡыусылары өсөн өҫтәлмә каникулдар башланды, баш ҡаланың барлыҡ мәктәптәре, Нефтекама ҡалаһының белем биреү усаҡтары һәм балалар баҡсалары аҙналыҡ карантинға ябылды.
Был тәңгәлдә беҙҙә хәлдәр нисек? Мораҡ үҙәк район дауаханаһының табип-эпидемиологы ярҙамсыһы Альбина Байназарова әйтеүенсә, беҙҙең районда ла киҫкен респиратор вирус инфекцияһы менән ауырыусылар һаны артҡан, йыл башынан киҙеү билдәләре менән 418 кеше мөрәжәғәт иткән, уның 350-һе – балалар.
Хөрмәтле дуҫтар! Һеҙҙең арала грипп, тымау менән ауырыусылар бармы? Киҙеүҙән нисек һаҡланаһығыҙ, ауырып кимәҫ өсөн ниндәй саралар күрәһегеҙ? Үҙегеҙҙең киҙеүҙән һаҡланыу ысулдары менән бүлешегеҙ.
Читайте нас: