Изге Ҡөрьәндә финик бер нисә тапҡыр телгә алына, изге китапта емештең әҙәм балаһы сәләмәтлегенә ыңғай йоғонто яһауы тураһында әйтелә. Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт, ғәләйһис-сәләм, был емешкә ҙур өҫтөнлөк биргән.
*Финик организмдың төрлө сирҙәргә, инфекцияларға ҡаршы тороу көсөн арттыра, күҙәнәктәрҙең яңырыу барышын яҡшырта, арыуҙы, асығыуҙы бөтөрә.
*Пәйғәмбәребеҙ финикты йөрәк ауырыуҙарына ҡаршы дарыу булараҡ ҡулланырға кәңәш иткән: емештә калий күп.
*Белгестәр әйтеүенсә, финикта шулай уҡ ямаш шештең үҫешен тотҡарлау көсөнә эйә мөһим элементтар бар.
*Емеш кальцийға бай, тимәк, һөйәктәрҙең нығыныуына булышлыҡ итә. Шулай уҡ күреү һәләтен яҡшырта.
*Бөгөнгө ғалимдар раҫлауынса, бер финик һәм бер стакан һөт кеше организмының туҡлыҡлы матдәләргә көндәлек ихтыяжын тулыһынса тәьмин итә.
*Финик әсә һөтөн сабый үҫеше өсөн мөһим витаминдар менән байыта. Пәйғәмбәребеҙ яңы тыуған баланы тәү тапҡыр имеҙгәнгә тиклем уның теш ҡаҙнаһын әлеге емештең йомшаҡ ере менән ыуырға кәңәш иткән.