Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
10 Февраль 2020, 18:00

Бер яугир тураһында

Бер кем дә, бер нәмәлә онотолмай... Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығы алдынан дәһшәтле һуғыштың башынан алып аҙағынаса батырҙарса көрәшкән яугирҙарыбыҙҙың барыһы тураһында – иҫәнме ул, мәрхүмме – хәтирәләр яңыртырға бурыслыбыҙ.1925 йылдың 8 февралендә Нуҡай ауылында донъяға килгән Рамаҙан Сәхиулла улы Абсалиҡовтың вафатына ла биш йыл ваҡыт уҙған - май байрамына ике көн ҡалды тигәндә генә баҡыйлыҡҡа күсте яугир 2015-тә, иҫән булһа, 95 йәшен тултырған булыр ине.Ябай колхозсы ғаиләһендә тыуып үҫкән Рамаҙан Сәхиулла улы 41-се йылда Иркутск ФЗО-һын тамамлай, 43-тә Байкал аръяғы фронтына 39-сы армия батальоны рядовойы булып яуға инә. Торараҡ уны Волга буйы хәрби округының 11-се өйрәтеү бригадаһына йүнәлтәләр. Шул уҡ йылда ҡыйыу егет 1-се Белоруссия фронтының 102-се уҡсылар полкы командиры ярҙамсыһы булып тәғәйенләнә. Шунда ул дошман пуляһы эләгеп, ҡаты яралана, ярты йылдан ашыу Чкалов госпиталендә дауалана, 1944 йылда икенсе төркөм инвалид булып тыуған яғына әйләнеп ҡайта.

Бер кем дә, бер нәмәлә онотолмай... Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығы алдынан дәһшәтле һуғыштың башынан алып аҙағынаса батырҙарса көрәшкән,Бөйөк Еңеү көндәрен яҡынайтыуға үҙ өлөшөн индергән яугирҙарыбыҙҙың барыһы тураһында – иҫәнме ул, мәрхүмме – хәтирәләр яңыртырға бурыслыбыҙ.
1925 йылдың 8 февралендә Нуҡай ауылында донъяға килгән Рамаҙан Сәхиулла улы Абсалиҡовтың вафатына ла биш йыл ваҡыт уҙған - май байрамына ике көн ҡалды тигәндә генә баҡыйлыҡҡа күсте яугир 2015-тә, иҫән булһа, 95 йәшен тултырған булыр ине.
Ябай колхозсы ғаиләһендә тыуып үҫкән Рамаҙан Сәхиулла улы 41-се йылда Иркутск ФЗО-һын тамамлай, 43-тә Байкал аръяғы фронтына 39-сы армия батальоны рядовойы булып яуға инә. Торараҡ уны Волга буйы хәрби округының 11-се өйрәтеү бригадаһына йүнәлтәләр. Шул йылда ҡыйыу егет 1-се Белоруссия фронтының 102-се уҡсылар полкы командиры ярҙамсыһы булып тәғәйенләнә, күп тә үтмәй ул дошман пуляһы эләгеп, ҡаты яралана, ярты йылдан ашыу Чкалов госпиталендә дауалана, 1944 йылда икенсе төркөм инвалид булып тыуған яғына әйләнеп ҡайта.
Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында күрһәткән ҡаһарманлығы ла, фиҙаҡәр хеҙмәте лә иғтибарһыҙ ҡалмай: I дәрәжә Ватан һуғышы ордены, “Батырлыҡ өсөн”, “1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн”, “1941-1945 йылдарҙа Бөйөк Ватан һуғышындағы фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн”, “Сиҙәм һәм ҡалдау ерҙәрҙе үҙләштергәне өсөн” миҙалдары менән бүләкләнә.
Читайте нас: