7 февралдә республикабыҙҙың беренсе Президенты, бөйөк шәхес, данлыҡлы яҡташыбыҙ М.Ғ.Рәхимовтың тыуған көнө уңайынан тыуған төйәге - Тәүәкәндә төрлө саралар уҙғарылды.
Беҙ, яҡташтары, Мортаза Ғөбәйҙулла улының баһалап бөткөһөҙ хеҙмәтен ҙур ғорурлыҡ менән билдәләйбеҙ һәм тыуған ауылы Тәүәкәндең, тотош районыбыҙҙың үҫешенә тос өлөш индергәне өсөн рәхмәттәребеҙ сикһеҙ.