Кисә дүртенсе саҡырылыш район Советының 36-сы ултырышы үтте. Уға район хакимиәте башлығы урынбаҫарҙары, бүлек етәкселәре, хужалыҡтар, ойошмалар, предприятиелар, учреждениелар етәкселәре, ауыл биләмәләре башлыҡтары, хоҡуҡ һаҡлау, киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре һ.б. саҡырылды. Ултырыш эшендә район хакимиәте башлығы Ғайса Янбаев, БР Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе Борис Мелкоедов ҡатнашты.
2019 йылдағы Район Советы эшмәкәрлеге тураһында Айрат Болғаиров һүҙ тотто. Район хакимиәтенең һәм район хакимиәте башлығының 2019 йылдағы эшмәкәрлеге менән Ғайса Янбаев таныштырҙы. Доклад буйынса фекер алышыуҙа район мәғариф бүлеге начальнигы Рәсүл Әхмәтйәнов, “Йылылыҡ селтәре” предприятиеһы директоры Василий Смирнов һәм Теләүембәт ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Зөбәйер Әбдрәхимов сығыш яһаны.
Көн тәртибенә ҡуйылған башҡа мәсьәләләр – район хакимиәте башлығы вазифаһын биләүгә конкурс үткәреү, кешене ерләү буйынса хеҙмәт күрһәтеү хаҡтары, һайлау окрутары схемаһына үҙгәрештәр индереү, “Күгәрсен районының почетлы гражданы” исемен биреү буйынса ла тейешле ҡарарҙар ҡабул ителде. Район Советы ултырышында күтәрелгән мәсьәләләр менән тулыһынса беҙҙең киләһе һандарҙа таныша алаһығыҙ.