Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
5 Февраль 2020, 22:31

Башҡортостанда уҡыусыларҙы алып китеп барған автобус йылҡы өйөрө менән бәрелешкән

Башҡортостандың Салауат районында мәктәп автобусы менән аттар ҡатнашлығында авария теркәлгән. Балалар ултырған транспорт Әй ауылынан Торналыға китеп барған.

Башҡортостандың Салауат районында мәктәп автобусы менән аттар ҡатнашлығында авария теркәлгән. Балалар ултырған транспорт Әй ауылынан Торналыға китеп барған. Ҡапыл юлға аттар килеп сыҡҡан. Водитель Руслан Баһауетдинов тиҙ генә тормозға баҫҡан, ләкин бәрелешеүҙән ҡаса алмаған: бер ат юлды аша сығып өлгөрмәгән.

«Юл фажиғәһендә бер кем дә зыян күрмәгән, автобустың бамперы йәмшәйгән. Балаларҙы дәрескә еңел машиналарҙа алып барғандар», — тип асыҡлыҡ индерҙеләр «Салауат ерендә» гәзитендә.
Республика Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре ваҡиға сәбәптәрен асыҡлай. Аттың хужаһын тапҡандар. Ул Дыуан районында йәшәгән фермер булып сыҡҡан.
Читайте нас: