Мораҙым
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
4 Февраль 2020, 14:20

Сәләмәтлек - үҙе матурлыҡ

Сәләмәтлек - үҙе матурлыҡ Көндәрҙең оҙайып, яҙға тартылыуын һиҙә төшкәнһегеҙҙер, хөрмәтле гәзит уҡыусылар. Күп тигәндә өс аҙналай ваҡыт ҡалды шаулап –гөрләп килер яҙҙарға. Яҙ матурлыҡ, яңырыу, ғашиҡлыҡ, һөйөү кеүек иң саф хис-тойғолар менән бәйле. Айырыуса ҡатын-ҡыҙ был миҙгелдә үҙенә иғтибарын көсәйтә, һаулығы, матурлығы тураһында ҡайғырта башлай. Ҡыш буйына иңде баҫҡан ауыр тундарҙы һалғас, яҙғы ҡояшҡа үрелепме, кәүҙә лә төҙәйеп киткәндәй була. Яҙы - яҙ, әммә ошо миҙгелдә айырыуса үҙен һиҙҙертә торған яҙғы авитаминоз тигән мәкерле сир барлығын онотоп ебәрмәйек, ҡыҙҙар. Сәстәрҙең һынып, төҫө тоноҡланыуы, тырнаҡтарҙың ҡатланып, бармаҡ ситтәре ярылыша башлауы, бит тирһенең ҡороуы – авитаминоздың тәүге симптомдары тиһәк тә була. Унан башҡа йоҡо баҫа, юҡ-бушҡа илағы ла килеп китә, күҙ нуры ла һүнеп, бит-йөҙөң шешенеп киткәндәй була. Тимәк, иң беренсе нәүбәттә организмға йод етешмәй тип һығымта яһарға була. Быны һеҙ дауаханала махсус анализдар биреп тә, өй шарттарында ябай тәжрибә үткәреп тә белә алаһығыҙ. Ни бары мамыҡлы таяҡсаны йод шыйыҡсаһына манып, тырнаҡтарға, беләккә һөртөп ҡарарға кәрәк. Әгәр ҙә һыҙғанығыҙ ыңғайы бер уңып, төҫөн юғалта икән, хафаланырға урын бар – ҡалҡан биҙендә гормондар түбәнәйеүе гипотериоз тигән сирҙең барлыҡҡа килеүенә булышлыҡ итә. Ә бына шул уҡ ҡалҡан биҙенең функциональ торошо юғары булғанда (гипертериоз тип атала ул медицина телендә), кеше, киреһенсә, тиҙ ҡуҙғый, ярһыусанға әйләнә, йоҡоһоҙлоҡ менән яфалана, көнсөллөк ҡыҫҡан һымаҡ тойғо тыуа, йөрәк тибеше йышая. Әлбиттә, хәлде ҡатмарлыштырмаҫ өсөн был тәңгәлдә иң беренсе сиратта табипҡа мөрәжәғәт итергә кәрәк. Күп осраҡта махсус диета тотоу ҙа ярҙам итә.Туҡланыуға ла ныҡ иғтибар йүнәлтегеҙ: көндәлек рацион аҡһымға, углеводҡа, минераль тоҙҙарға бай булырға тейеш, ҡаты сәй, ҡәһеүә, алкоголле эсемлектәр, шоколад һәм башҡа тәм –том, тәмләткестәрҙән баш тартырға кәңәш ителә. Яҙғы авитаминозды булдырмау өсөн ҡышҡыһын уҡ хәстәрлек күрә башларға кәрәк. Магазиндарҙа һатылған һуттарға ҡарағанда үҙең киптереп йә туңдырып алып ҡалған емеш-еләктән компот ҡайнатып эсеү, көн дә бешкән кишер, сөгөлдөр (винегрет эшләргә булһағыҙ, картуф, тоҙло ҡыяр һалмай ғына эшләгеҙ, көнбағыш майы урынына зәйтүн майы ҡулланығыҙ), йөҙөм емеше, хөрмә, борсаҡ, ҡарабойҙай, сәтләүектәр ашау файҙаға ғына булыр.Матурлыҡ нигеҙе сәләмәтлектә икәнлеген онотмайыҡ, ҡыҙҙар!(Һүрәттәр интернет киңлектәренән алынды)

Сәләмәтлек - үҙе матурлыҡ
Көндәрҙең оҙайып, яҙға тартылыуын һиҙә төшкәнһегеҙҙер, хөрмәтле гәзит уҡыусылар. Күп тигәндә өс аҙналай ваҡыт ҡалды шаулап –гөрләп килер яҙҙарға. Яҙ матурлыҡ, яңырыу, ғашиҡлыҡ, һөйөү кеүек иң саф хис-тойғолар менән бәйле. Айырыуса ҡатын-ҡыҙ был миҙгелдә үҙенә иғтибарын көсәйтә, һаулығы, матурлығы тураһында ҡайғырта башлай. Ҡыш буйына иңде баҫҡан ауыр тундарҙы һалғас, яҙғы ҡояшҡа үрелепме, кәүҙә лә төҙәйеп киткәндәй була. Яҙы - яҙ, әммә ошо миҙгелдә айырыуса үҙен һиҙҙертә торған яҙғы авитаминоз тигән мәкерле сир барлығын онотоп ебәрмәйек, ҡыҙҙар.
Сәстәрҙең һынып, төҫө тоноҡланыуы, тырнаҡтарҙың ҡатланып, бармаҡ ситтәре ярылыша башлауы, бит тирһенең ҡороуы – авитаминоздың тәүге симптомдары тиһәк тә була. Унан башҡа йоҡо баҫа, юҡ-бушҡа илағы ла килеп китә, күҙ нуры ла һүнеп, бит-йөҙөң шешенеп киткәндәй була. Тимәк, иң беренсе нәүбәттә организмға йод етешмәй тип һығымта яһарға була. Быны һеҙ дауаханала махсус анализдар биреп тә, өй шарттарында ябай тәжрибә үткәреп тә белә алаһығыҙ. Ни бары мамыҡлы таяҡсаны йод шыйыҡсаһына манып, тырнаҡтарға, беләккә һөртөп ҡарарға кәрәк. Әгәр ҙә һыҙғанығыҙ ыңғайы бер уңып, төҫөн юғалта икән, хафаланырға урын бар – ҡалҡан биҙендә гормондар түбәнәйеүе гипотериоз тигән сирҙең барлыҡҡа килеүенә булышлыҡ итә.
Ә бына шул уҡ ҡалҡан биҙенең функциональ торошо юғары булғанда (гипертериоз тип атала ул медицина телендә), кеше, киреһенсә, тиҙ ҡуҙғый, ярһыусанға әйләнә, йоҡоһоҙлоҡ менән яфалана, көнсөллөк ҡыҫҡан һымаҡ тойғо тыуа, йөрәк тибеше йышая.
Әлбиттә, хәлде ҡатмарлыштырмаҫ өсөн был тәңгәлдә иң беренсе сиратта табипҡа мөрәжәғәт итергә кәрәк. Күп осраҡта махсус диета тотоу ҙа ярҙам итә.
Туҡланыуға ла ныҡ иғтибар йүнәлтегеҙ: көндәлек рацион аҡһымға, углеводҡа, минераль тоҙҙарға бай булырға тейеш, ҡаты сәй, ҡәһеүә, алкоголле эсемлектәр, шоколад һәм башҡа тәм –том, тәмләткестәрҙән баш тартырға кәңәш ителә.
Яҙғы авитаминозды булдырмау өсөн ҡышҡыһын уҡ хәстәрлек күрә башларға кәрәк. Магазиндарҙа һатылған һуттарға ҡарағанда үҙең киптереп йә туңдырып алып ҡалған емеш-еләктән компот ҡайнатып эсеү, көн дә бешкән кишер, сөгөлдөр (винегрет эшләргә булһағыҙ, картуф, тоҙло ҡыяр һалмай ғына эшләгеҙ, көнбағыш майы урынына зәйтүн майы ҡулланығыҙ), йөҙөм емеше, хөрмә, борсаҡ, ҡарабойҙай, сәтләүектәр ашау файҙаға ғына булыр.
Матурлыҡ нигеҙе сәләмәтлектә икәнлеген онотмайыҡ, ҡыҙҙар!
(Һүрәттәр интернет киңлектәренән алынды)
Читайте нас: