Мораҙым
0 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
4 Февраль 2020, 12:45

Республикала студент егет менән уҡыусы ҡыҙ сәйер шарттарҙа вафат булған

Уҙған ял көндәрендә Бөрөлә ике кеше сәйер шарттарҙа яҡты донъя менән хушлашҡан. «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһы сығанаҡҡа һылтанып хәбәр итеүенсә, бер бүлмәле ҡуртымға алынған фатирҙа 19 йәшлек егет үле килеш табылған. Ә 14 йәшлек ҡыҙ иҫһеҙ ятҡан. Ул дауаханаға оҙатылған, ләкин иҫән ҡалмаған.

Ашығыс хеҙмәттәргә ошо хәл тураһында торлаҡ хужаһы хәбәр иткән. Билдәле булыуынса, фатирҙы ҡуртымға алыусы шылтыратыуҙарға яуап бирмәй башлаған. Шунан һуң хужа барыһы ла тәртиптәме, юҡмы икәнен тикшереү өсөн фатирға килгән.
Бәхетһеҙ осраҡҡа елләтеү приборының төҙөк булмауы сәбәпсе тигән фараз бар.
Әле хоҡуҡ һаҡлаусылар ваҡиға сәбәптәрен асыҡлай. Суд-медицина экспертизаһы һөҙөмтәләре йәштәрҙең үлем сәбәбен асыҡларға тейеш.
Читайте нас: