Мораҙым
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
4 Февраль 2020, 18:50

Ғилем алыр өсөн түгел, ғилем бирер өсөн Ҡытайға барған

Ҡытайға барып булһа ла ғилем ал, тигән аң-белемле булыуҙың ҡәҙерен белгән боронғолар. Күгәрсен районының Буҫтыбай ауылы һылыуы Гөлназ иһә Ҡытайға белем артынан түгел, киреһенсә, шул илдең балаларына ғилем биреү өсөн юлланған. Үтә тырыш һәм тәүәккәл башҡорт гүзәлдәренең береһе ул. Шулай булмай һуң, халҡыбыҙ тарихында юйылмаҫ эҙ ҡалдырған Ҡыпсаҡ ҡыҙҙарының ҡаны аға бит унда!

Ҡытайға барып булһа ла ғилем ал, тигән аң-белемле булыуҙың ҡәҙерен белгән боронғолар. Күгәрсен районының Буҫтыбай ауылы һылыуы Гөлназ иһә Ҡытайға белем артынан түгел, киреһенсә, шул илдең балаларына ғилем биреү өсөн юлланған.
Үтә тырыш һәм тәүәккәл башҡорт гүзәлдәренең береһе ул. Шулай булмай һуң, халҡыбыҙ тарихында юйылмаҫ эҙ ҡалдырған Ҡыпсаҡ ҡыҙҙарының ҡаны аға бит унда!
Салауат педагогия колледжын, аҙаҡ ситтән тороп БДУ-ның роман-герман телдәре факультетын тамамлаған ҡыҙҙың сит илгә инглиз телен уҡытырға китеүе осраҡлы түгел. Ул үҙ көсөнә ныҡлы ышана, сөнки студент саҡта уҡ телде төптән өйрәнгән, бының өсөн икенсе курста уҡыған сағында уҡ Һиндостанға ярты йылға стажировкаға барып ҡайтҡан. Унда ул халыҡ-ара ҡунаҡханала администратор булып эшләгән һәм төрлө илдәрҙән килгән ҡунаҡтар менән инглиз телендә генә аралашҡан. Ҡытайға иһә өс йыл элек киткән, унда ул шәхси мәктәптә Ҡытай балаларына инглиз телен өйрәтә.
- Класта 12-шәр бала. Беҙҙекеләрҙән артыҡ айырылмайҙар, шуҡ һәм шаяндар. Коллективыбыҙ башлыса йәштәрҙән тора, уртаса 35 йәшкәсә тиклемгеләр. Бер-беребеҙгә ярҙам итеп йәшәйбеҙ, - ти ул.
Ер аяғы, ер башы ерҙән, әлбиттә, йыш ҡайта алмай Гөлназ. Шулай ҙа көн һайын ата-әсәһе менән ватсап аша һөйләшеп торғас, ул хәтлем ҡыйын түгел, ти.
Әйткәндәй, Ҡытай, Һиндостанды күреү менән генә сикләнмәгән ҡыҙ, оҙайлы ял ваҡыттарында Көньяҡ Корея, Гонконг, Таиланд, Малайзия, Индонезияны ла барып күреп ҡайтҡан.
Уның элек яратҡан шөғөлө бейеү булһа, хәҙер сит телдәрҙе өйрәнеү икән. Әлеге мәлдә, мәҫәлән, ҡытай телен өйрәнә, уның менән бер рәттән испан телен дә өйрәнә башлаған, әммә тәүгеһе ауыр булыу сәбәпле, испан телен бер аҙға ҡалдырып торған.
- Хәҙер йәштәргә мөмкинлектәр шул тиклем ҙур. Бары тик тәүәккәлерәк булырға, ҡурҡып тормаҫҡа кәрәк. Сит телдәрҙе өйрәнеү мотлаҡ, сөнки улар киң донъяға ишек аса, - ти ул.
Читайте нас: