Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
4 Февраль 2020, 19:17

Иң мөһиме – кеше ғүмерҙәренә хәүеф янамаһын

3 февралдән 4-нә ҡараған төнгө сәғәттәрҙә Ира-Магнитогорск трассаһын сикләп торорға мәжбүр булдылар. Шулай итеп, берҙәм көс һәм тырышлыҡ менән ғәҙәттән тыш хәлде ҡорбандарһыҙ, ауыр юғалтыуҙарһыҙ үткәреп ебәрҙеләр. Әммә синоптиктар алдағы көндәргә лә ҡарлы ямғыр, боҙлауыҡ һәм көслө ел вәғәҙәләй. Тимәк, ҡар менән көрәшеү дауам итә... Бөгөн, 4 февралдә, Мораҡтағы Берҙәм халыҡты хеҙмәтләндереү үҙәгенең конференц-залында Башҡортостан Республикаһының транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты рәйесе Тимур Мөхәмәтйәнов үткәргән оператив кәңәшмәлә әлеге һауа шарттарында юлдар өҙөклөгөнә юл ҡуймау һорауҙары сығарылды. Уның эшендә шулай уҡ “Башкиравтодор” йәмғиәтенең генераль директоры Андрей Пролипото, Башҡортостан Республикаһының Юл хужалығы идаралығы етәксеһе Алан Марзаев, Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының ЮХХДИ идаралығы начальнигы урынбаҫары Эльвир Сәғитов, беҙҙең, күрше Ейәнсура, Йылайыр, Көйөргәҙе райондары һәм Күмертау ҡалаһы хакимиәттәре башлыҡтары һәм урындарҙағы юл төҙөү-ремонтлау идаралығы етәкселәре ҡатнашты.

Быйылғы ҡыш беҙҙе көслө ҡар-бурандары менән һынауын дауам итә. Кисә генә беҙҙең район күрше Ейәнсура, Мәләүез, Көйөргәҙе райондары, Күмертау ҡалаһы менән бергә көслө ҡар бураны аҫтында ҡалды. Райондың юл эшсәндәре, ЮХХДИ инспекцияһы хеҙмәткәрҙәре, ҡотҡарыусылар төнө буйы ҡоторған ел-дауыл, буран кеше ғүмерҙәренә хәүеф тыуҙырмаһын, юлға сыҡҡандар имен-аман йорттарына ҡайтып етһен өсөн берҙәм һәм оператив эшләне. 3 февралдән 4-нә ҡараған төнгө сәғәттәрҙә Ира-Магнитогорск трассаһын сикләп торорға ла мәжбүр булдылар. Шулай итеп, берҙәм көс һәм тырышлыҡ менән ғәҙәттән тыш хәлде ҡорбандарһыҙ, ауыр юғалтыуҙарһыҙ үткәреп ебәрҙеләр. Әммә синоптиктар алдағы көндәргә лә ҡарлы ямғыр, боҙлауыҡ һәм көслө ел вәғәҙәләй. Тимәк, ҡар менән көрәшеү дауам итә...

Бөгөн, 4 февралдә, Мораҡтағы Берҙәм халыҡты хеҙмәтләндереү үҙәгенең конференц-залында Башҡортостан Республикаһының транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты рәйесе Тимур Мөхәмәтйәнов үткәргән оператив кәңәшмәлә әлеге һауа шарттарында юлдар өҙөклөгөнә юл ҡуймау һорауҙары сығарылды. Уның эшендә шулай уҡ “Башкиравтодор” йәмғиәтенең генераль директоры Андрей Пролипото, Башҡортостан Республикаһының Юл хужалығы идаралығы етәксеһе Алан Марзаев, Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының ЮХХДИ идаралығы начальнигы урынбаҫары Эльвир Сәғитов, беҙҙең, күрше Ейәнсура, Йылайыр, Көйөргәҙе райондары һәм Күмертау ҡалаһы хакимиәттәре башлыҡтары һәм урындарҙағы юл төҙөү-ремонтлау идаралығы етәкселәре ҡатнашты. Алда әйтеп үтеүебеҙсә, кисәге көслө буран арҡаһында Ира-Магнитогорск трассаһында, шулай уҡ республика буйынса Стәрлетамаҡ-Күмертау, Һамарҙан Ырымбурға тиклемге юлдарҙа хәрәкәт сикләнде. Республикала автобустарҙың 86 рейсы туҡтатылды. Беҙҙең районда иртән автобус менән йөрөгән балалар мәктәпкә бара алманы, ҡар тотҡононда ҡалып, юлдан тайпылып төшөп киткәндәргә ҡотҡарыусылар, юлсылар ярҙамға килгән, Берҙәм дежур диспетчер хеҙмәтенә лә ярҙам һорап мөрәжәғәт итеүселәр булған. Юлда ҡалғандарға ярҙам итер өсөн Мораҡта һәм Хоҙайбирҙинда йылыныу пункттары ойошторолған, оҙон юлға сығыусыларға, Хәйбуллаға һәм башҡа ерҙәргә китеп барыусыларға Мораҡтағы ҡунаҡханала һәм Мәләүез күп профилле колледжының Мораҡ филиалында йоҡлап сығырға мөмкинлектәр булдырылған.

Тимур Рәфис улы оператив кәңәшмә эшен асҡандан һуң, район, ҡала хакимиәттәре башлыҡтары үҙ биләмәләрендәге хәл-торош менән таныштырҙы, төбәк, муниципаль, муниципаль-ара әһәмиәтендәге юлдарҙы таҙартыуға йәлеп ителгән техника паркы, ҡом-тоҙ ҡатнашмалары, яғыулыҡтың етерлек кимәлдә булыуы тураһында мәғлүмәт бирҙе. Беҙҙең район хакимиәте башлығы Ғайса Янбаевтың сығышынан шулар мәғлүм булды, район ҡарамағында 623 км юл, уларҙы тотоу өсөн юл хужалығы иҫәбендә 14 техника иҫәпләнә. Кәңәшмә мәленә 3 тораҡ пунктҡа – Побоище, Мерәүешле һәм Щербаки утарына юл таҙартылмаған ине. Көн аҙағына тиклем был ауылдарға юлды асырға ҡушылды.

Күрше район-ҡала хакимиәттәре башлыҡтары мәғлүмәттәре менән танышҡас, Тимур Рәфис улы кәңәшмәгә йомғаҡ яһаны. Ошондай һауа торошоноң йомаға тиклем дауам итәсәген иҫәпкә алып, Юл хужалығы идаралығы ҡарамағындағы оператив штабҡа үҙ эшен дауам итергә, урындағы юл төҙөү-ремонтлау идаралығына тәүлек әйләнәһенә дежурлыҡ ойошторорға ҡушылды. Беҙҙең яҡтарҙағы ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе иҫәпкә алып, районға тағы 2 берәмек техника килтереп торорға ҡарар ителде. Тимур Рәфис улы юлдар өсөн яуаплы булған хеҙмәттәргә һауа торошоноң үҙгәреүенә әҙер торорға ҡушты.

Читайте нас: