Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
4 Февраль 2020, 12:50

Хөрмәтле дуҫтар! “Мораҙым” гәзите Күгәрсен районының ойошторолоуына 90 йыл тулыуға арнап “Эйек менән Иҙел араһында Йәйрәп ята тыуған илгенәм...” тип исемләнгән яңы проект тәҡдим итә

Проект ярҙамында беҙ үҙебеҙҙең гәзит уҡыусыларға яңынан тыуған төбәгебеҙҙең 90 йыллыҡ дәүерен барларға тәҡдим итәбеҙ: тыуған яғыбыҙҙың, уның ауылдарының тарихын иҫкә төшөрәйек, бөгөнгөһөн һүрәтләйек.

Проект ярҙамында беҙ үҙебеҙҙең гәзит уҡыусыларға яңынан тыуған төбәгебеҙҙең 90 йыллыҡ дәүерен барларға тәҡдим итәбеҙ: тыуған яғыбыҙҙың, уның ауылдарының тарихын иҫкә төшөрәйек, бөгөнгөһөн һүрәтләйек. Гәзитебеҙҙең һәр һанында тыуған төбәгебеҙҙең һәр мөйөшөндә, һәр ауылында йәшәүсе күркәм, уңған кешеләр, татыу һәм дан ғаиләләр, шулай уҡ үҙҙәренең фиҙаҡәр хеҙмәте менән тыуған ауылын ғына түгел, тыуған районын, республикаһын данлаған яҡташтарыбыҙ менән таныштырып барырбыҙ.
Райондың, тыуған ауылығыҙҙың үткәненә, хәҙерге тормошона ҡағылған йөкмәткеле мәғлүмәттәрегеҙ булһа, уны беҙгә ебәрә алаһығыҙ. Һеҙҙең ауылда, урамда ауылдарҙың тотҡаһы, районыбыҙҙың ғорурлығы булырҙай шәп ғаиләләр бар икән, улар тураһында ла яҙып ебәрегеҙ.
Адресыбыҙ: Мораҡ ауылы, Ленин урамы, 49, электрон адрес: [email protected].
Читайте нас: