Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
4 Февраль 2020, 12:35

Дөмбәйҙең дан ғаиләһе

Дөмбәйҙең дан ғаиләһе Үрге Мөрсәләй ауылы егәрле халҡы, матур ғаиләләре менән дан тотҡанлығын быға тиклем дә яҙғайныҡ. Ауыл тотҡаһы булып торғандарҙың береһе – Әбсәләмовтар. Ғәли ағай менән Зөлфиә апайҙың татыу ғаиләһендә дүрт бала буй еткергән. Өлкән улдары Динислам, ҡыҙҙары Фәнүзә үҙ иштәрен табып, үҙ аллы донъя көтә. Уртансылары Хәсән әлеге мәлдә ил алдында хәрби бурысын атҡара, Мәскәүҙә хеҙмәт итә, төпсөк ҡыҙҙары Сәлимә – 9 класс уҡыусыһы. Ғаилә башлығы ауыл хужалығы институтын тамамлаған, совхоз тарҡалғансы байтаҡ йылдар хужалыҡта эшләй. Әйткәндәй, Ғәли ағайҙың тауышын, уның һөйләү оҫталығын тәүгә ишеткәндәр минең һымаҡ аптырай ҙа төшәләр: уны кәм тигәндә диктор, нәфис һүҙ оҫтаһылыр тип уйлағайным “Айыҡ ауыл” республика конкурсы сиктәрендә уҙғарылған презентацияла уның йөрәктәргә үтеп инерлек итеп ятта шиғыр һөйләүен ишеткәс. Хәйер, ауылдаштары ла уны ауыл хужалығына “яңылыш эләккән” тип ҡабул итә. Ғәли ағай үҙе лә инҡар итмәй: “Сәнғәт бик яҡын ине күңелемә. Әсәйем мәрхүмә, ауылда тыуған кешенең ер эшенән башҡа һөнәр эйәһе булыуы мөмкин түгел тип иҫәпләй торғайны. Беҙҙең осорҙа агрономдарға, игеселәргә бик ныҡ ҙур хөрмәт менән ҡаранылар, ихтирам иттеләр. Бына шул идеология тип әйтәйемме, мине ауыл хужалығы институтына барырға этәрҙе лә инде. Шөкөр, үкенмәйем, ер кешеһенең ҡәҙере ҡайһы заманда ла бар. Совхоз тарҡалһа ла, юғалып ҡалманыҡ, шәхси хужалыҡты ҙурайтып, малды ишәйтеп тормош көтөп алып киттек, - ти ул.Әле лә уларҙың кәртә-ҡураһы буш тормай, 2 һыйыр, 3 башмаҡ, унлап һарыҡ, ат көтә улар.- Ауылда ни, ер иркен, техника бар, рәхәтләнеп бесәнен дә эшләйбеҙ, баҡса үҫтереп, йыл да мул уңыш алабыҙ, ҡош-ҡортон да аҫрайбыҙ. Тырышһаң, елкәң булһа, ҡайҙа ла эшен табырға, ҡайҙа ла етеш йәшәргә була, - тиҙәр Әбсәләмовтар. Улар тураһындда тулы мәҡәләне гәзитебеҙҙең киләһе һандарында уҡырһығыҙ.

Дөмбәйҙең дан ғаиләһе
Үрге Мөрсәләй ауылы егәрле халҡы, матур ғаиләләре менән дан тотҡанлығын быға тиклем дә яҙғайныҡ. Ауыл тотҡаһы булып торғандарҙың береһе – Әбсәләмовтар. Ғәли ағай менән Зөлфиә апайҙың татыу ғаиләһендә дүрт бала буй еткергән. Өлкән улдары Динислам, ҡыҙҙары Фәнүзә үҙ иштәрен табып, үҙ аллы донъя көтә.
Уртансылары Хәсән әлеге мәлдә ил алдында хәрби бурысын атҡара, Мәскәүҙә хеҙмәт итә, төпсөк ҡыҙҙары Сәлимә – 9 класс уҡыусыһы.
Ғаилә башлығы ауыл хужалығы институтын тамамлаған, совхоз тарҡалғансы байтаҡ йылдар хужалыҡта эшләй. Әйткәндәй, Ғәли ағайҙың тауышын, уның һөйләү оҫталығын тәүгә ишеткәндәр минең һымаҡ аптырай ҙа төшәләр: уны кәм тигәндә диктор, нәфис һүҙ оҫтаһылыр тип уйлағайным “Айыҡ ауыл” республика конкурсы сиктәрендә уҙғарылған презентацияла уның йөрәктәргә үтеп инерлек итеп ятта шиғыр һөйләүен ишеткәс. Хәйер, ауылдаштары ла уны ауыл хужалығына “яңылыш эләккән” тип ҡабул итә.
Ғәли ағай үҙе лә инҡар итмәй: “Сәнғәт бик яҡын ине күңелемә. Әсәйем мәрхүмә, ауылда тыуған кешенең ер эшенән башҡа һөнәр эйәһе булыуы мөмкин түгел тип иҫәпләй торғайны. Беҙҙең осорҙа агрономдарға, игеселәргә бик ныҡ ҙур хөрмәт менән ҡаранылар, ихтирам иттеләр. Бына шул идеология тип әйтәйемме, мине ауыл хужалығы институтына барырға этәрҙе лә инде. Шөкөр, үкенмәйем, ер кешеһенең ҡәҙере ҡайһы заманда ла бар. Совхоз тарҡалһа ла, юғалып ҡалманыҡ, шәхси хужалыҡты ҙурайтып, малды ишәйтеп тормош көтөп алып киттек", - ти ул.
Әле лә уларҙың кәртә-ҡураһы буш тормай, 2 һыйыр, 3 башмаҡ, унлап һарыҡ, ат көтә улар.
- Ауылда ни, ер иркен, техника бар, рәхәтләнеп бесәнен дә эшләйбеҙ, баҡса үҫтереп, йыл да мул уңыш алабыҙ, ҡош-ҡортон да аҫрайбыҙ. Тырышһаң, елкәң булһа, ҡайҙа ла эшен табырға, ҡайҙа ла етеш йәшәргә була, - тиҙәр бер һүҙҙән Әбсәләмовтар.
Улар тураһында тулы мәҡәләне гәзитебеҙҙең киләһе һандарында уҡырһығыҙ.
Читайте нас: