Мораҙым
-2 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
3 Февраль 2020, 14:01

Башҡортостанда һунар итеүгә ғаризаны дәүләт хеҙмәттәре сайты аша бирергә мөмкин

Башҡортостанда һунар итеүгә ғаризаны хәҙер дәүләт хеҙмәттәре сайты аша бирергә мөмкин, тип хәбәр итә Экология министрлығы.

Башҡортостанда һунар итеүгә ғаризаны хәҙер дәүләт хеҙмәттәре сайты аша бирергә мөмкин, тип хәбәр итә Экология министрлығы.
Йәнлек ауларға рөхсәт алырға теләгән һунарсы хәҙер үк һылтанма буйынса электрон төрҙә тейешле ғариза бирә ала.
Һунарсы электрон ғариза биргәндән һәм уны Башҡортостан Республикаһының Экология министрлығы хеҙмәткәре тикшергәндән һуң 30% ташлама менән дәүләт пошлинаһын онлайн түләү мөмкинлеге булдырыла. Дәүләт пошлинаһы күләме – 455 һум.
«Һунарсыларҙың иғтибарын шуға йүнәлтәбеҙ: ауларға йыйынған һунарсылыҡ ресурстары һанын (урман һыуһары, ҡондоҙ, һыуыр, һуйыр, ҡор, һаҙ тауығы һәм башҡалар) электрон ғаризала күрһәтелгән телефон буйынса министрлыҡ хеҙмәткәре менән һөйләшеп килешергә кәрәк, сөнки һунарсылыҡ биләмәһе өсөн ошо йәнлектәрҙең һәр төрө буйынса аулау нормалары билдәләнә», — тине Башҡортостан Республикаһы Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының йәнлектәр донъяһы объекттарын һаҡлау һәм файҙаланыу бүлеге етәксеһе урынбаҫары Глеб Егоров.
Читайте нас: