Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
2 Февраль 2020, 00:27

Коронавирус Рәсәйгә етте!

Кисә генә беҙҙең илдә Ҡытайҙың ҡурҡыныс вирусы юҡ тип әйтә инек, тик мәғлүмәттәр үҙгәрҙе.

Кисә генә беҙҙең илдә Ҡытайҙың ҡурҡыныс вирусы юҡ тип әйтә инек, тик мәғлүмәттәр үҙгәрҙе, тип хәбәр итә Башҡортостан.
Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары, был вирус буйынса оператив штаб башлығы Татьяна Голикова рәсми мәғлүмәт менән сығыш яһаны. Рәсәйҙә коронавирус менән зарарланған ике осраҡ асыҡланды. Береһе Төмән өлкәһендә булһа, икенсеһе - Байкал аръяғы крайында. Сирле кешеләрҙең икеһе лә - Ҡытай граждандары.
Уларҙың хәле тотороҡло тип баһалана. Икеһенең дә температураһы юҡ. "Роспотребнадзор" башлығы Анна Попова белдереүенсә, сирҙең артабан Рәсәйгә таралыу ҡурҡынысы юҡ.
Кисә Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы был коронавирусты халыҡ-ара кимәлдәге ғәҙәттән тыш хәл тип танығайны. Улар бөтә илдәргә лә тулы кимәлдә эпидемияға ҡаршы саралар күреү һәм зарарланыу осраҡтары тураһында ойошмаға хәбәр итеүҙе һорап мөрәжәғәт итте.
Беҙҙә нимә эшләнә? Хөкүмәт Ҡытайҙан Рәсәй граждандарын эвакуациялау тураһында хәбәр итте. Шулай уҡ Ҡытай кешеләренә эш визалары биреүҙе тыйыу тураһындағы ҡарар әҙерләнә. Иртәгәнән башлап был ил менән авиабәйләнеш тә өҙөләсәк. Самолеттар ни бары Мәскәүҙән Пекинға, Шанхайға, Гуанчжоу һәм Гонконг ҡалаларына ғына осасаҡ. Был рейстарҙың барыһы ла Шереметьево аэропортының бер терминалы аша ғына башҡарыласаҡ. Илдең башҡа ҡалаларына Ҡытайҙан самолеттар йөрөмәйәсәк.
Властар Ухань һәм Хубэй провинцияларынан Рәсәй граждандарын эвакуациялай башлай. Хубэйҙа 350 самаһы һәм Ухандә 300 беҙҙең кеше бар. Был яҡтарҙан килгән кешеләр 14 көнгә карантинға ябыласаҡ.
Халыҡты ығы-зығыға бирелмәҫкә саҡыралар.
Фото: zen.yandex.ru
Читайте нас: