Эй, донъяның хозурлығы! Тынсыу бүлмәне елләтергә тип тәҙрә асҡан һайын суҡтурғайҙарҙың “сыр-сыр” йырын тыңлап кинәнәбеҙ! Редакцияға йәнәш ултырған йорт баҡсаһында туң алма менән миләш сүпләй-сүпләй “сиррири-сиррири” тип һайраған була матур ҡошҡайҙар.