"Мораҙым" тәбиғәт паркы хеҙмәткәрҙәре уҙған аҙнала Мораҡ 1-се һанлы урта мәктәбе уҡыусылары өсөн ҡышлаусы ҡоштарға арналған экологик дәрес үткәрһә, был юлы балалар ҡатырға ҡаптарҙан тағараҡ эшләргә өйрәнде. Әлбиттә, атай-ағайҙар ярҙамы менән таҡтанан да йүнләп ҡуйырға була, шулай ҙа ҡул аҫтындағы ташландыҡ әйберҙәрҙән дә бынамын тигән тағараҡ килеп сыға. Бының өсөн һут йә һөттөң ҡатырға ҡабы, ҡайсы, тағараҡты күтәрерлек ишелгән бау кәрәк. Ем һалырлыҡ уйым эшләгәс, ағасҡа элек ҡуйыр өсөн ике йә дүрт яҡлап тишеп, ьауҙы кейҙерәһең. Уҡыусылар үҙ ҡулдары менән эшләгән тағараҡҡа ем, икмәк валсығы һалып, мәктәп ихатаһында үҫкән ағастарға элеп тә ҡуйҙы.