Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
30 Ғинуар 2020, 17:00

Лауреаттар билдәләнде

З.Биишева исемендәге әҙәби премияның 2019 йылғы лауреаттары билдәләнде

З. Биишева исемендәге әҙәби премия тураһындағы положениеға ярашлы һәм комиссия ултырышының 2020 йылдың 24 ғинуарындағы ҡарары нигеҙендә район хакимиәте ҡарар ҡабул итте һәм 2019 йылғы лауреаттарҙың исемдәрен атаны:

Ҡотлогилдина Рәзилә Фәтих ҡыҙы, Мәләүез ҡала китапханаһы – М.Буранғолов исемендәге1-се һанлы филиалының башҡорт әҙәбиәте менән эшләү буйынса әйҙәүсе китапханасы – З.А.Биишеваның исемен һәм ижадын популярлаштырғаны һәм пропагандалағаны өсөн;

Ҡунаҡбаев Рәис Хәким улы, крәҫтиән (фермер) хужалығы башлығы – халыҡ яҙыусыһы З.А.Биишеваның исемен мәңгеләштереүгә тос өлөш индергәне өсөн;

Мәғизов Вәғиз Хәтиф улы, РФ һәм БР Журналистар союзы ағзаһы – З.А.Биишеваның традицияларын дауам итеүсе ижад емештәре өсөн.
Читайте нас: