Мораҙым
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
30 Ғинуар 2020, 13:36

Башҡортостанда бер ғаилә 27 бала тәрбиәләй!

Аис Маликов һәм Гөлсирен Дербенева Краснокама районының Яңы Ҡабан ауылында йәшәй. Үҙҙәренең дүрт балаһы күптән үҫеп етеп, үҙ донъяһын ҡорған. Шул саҡта Аис менән Гөлсирен тәрбиәгә бала алырға хәл иткән. 2001 йылда ике бала булған, тағы ике йылдан - туғыҙ, ә хәҙер - 27. Балаларҙың йәше - 2-нән 19-ға тиклем.

Улар араһында - церебраль фалиж менән сирләгән һәм психик тайпылышлы алты инвалид. Бөтә балаларҙың да тиерлек ата-әсәһе үҙҙәренең хоҡуҡтарынан мәхрүм ителгән.

— Беҙ герой түгел, ә ябай кешеләр, сит балалар булмай ул, - ти Гөлсирен. — Улар үҙебеҙҙең балабыҙ кеүек. Һәр береһе өсөн көйәһең. Әлбиттә, ауырлыҡтар ҙа булды. 2016 йылда дүрт бер туғанды алдыҡ, иң бәләкәйенә 10 ай. Бөтөнләй сирле ине, үлер тип ҡурҡтыҡ, яҙҙы, ҡояшты көттөк. Дауаланыҡ! Бына ул, беҙҙең Николай, шатланып йүгереп йөрөй!

Ошондай ҙур ғаиләне ашатыу өсөн айына 30 килограмм аҡ май, 20 килограмм макарон, сәй өсөн генә тәүлегенә 3 литр һөт кәрәк. Ашарға 20 литрлы кәстрүлдә бешерәләр. Балалар хужалыҡ эштәрендә ярҙам итә, ғаиләнең һыйырҙары, быҙауҙары, 10 аты, һарыҡтары, йорт ҡуяндары, ҡош-ҡорто һәм хатта умарталығы бар.
Читайте нас: