Ауыл хужалығы - беҙҙең район иҡтисадының төп өлөшөн тәшкил иткән тармаҡтарҙың береһе. Был йүнәлештә эре предприятиелар, ауыл хужалығы кооперативтары, йәмғиәттәре менән бергә крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары ла уңышлы ғына эш алып бара.
Район хакимиәтендә аҙна һайын үткән “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә был йүнәлештә эшләүсе, эш башларға теләүселәр йыш ҡатнаша, улар үҙ проекттарын тәҡдим итә, район етәкселеге уларға үҙ эшмәкәрлеген башларға йәки киңерәк йәйелдерергә ярҙам итә.
Үткән аҙнала уҙғарылған “Эшҡыуарлыҡ сәғәте” тулыһынса ауыл хужалығы өлкәһенә арналды. Альбина Буласова менән Гүзәлиә Батина Ҡадир ауылында һарыҡтар үрсетергә уйлай. Гүзәлиә Вәғиз ҡыҙы комиссия ағзаларын үҙ проекттары менән таныштырҙы, уның сығышынан бына нимәләр мәғлүм булды: уларҙың был өлкәлә тәжрибәһе ҙур ғына, Гүзәлиә Вәғиз ҡыҙы крәҫтиән (фермер) хужалығы менән 12 йылдан ашыу шөғөлләнһә, Альбина Буласова ла 15 йыллап ошо өлкәлә хеҙмәт иткән. Улар бергәләп ферма төҙөп, Волгоград тоҡомло һарыҡтар алып, районда һарыҡсылыҡ йүнәлеше буйынса эш башларға, ит етештереүҙе яйға һалырға уйлай. Эште башлап ебәрергә мөмкинлектәре лә бар, ферма төҙөү өсөн төҙөлөш материалдары алғандар, тик ер участкаһына һәм көтөүлектәргә ҡағылған һорауҙы хәл итергә кәрәк. Эшҡыуарҙар һарыҡтарҙы Ейәнсура районындағы “Маяҡ” фермаһынан һатып аласаҡ, килешеүҙәр төҙөлгән. Үҫтерелгән малды һатыу, һуйыу һорауҙары ла уйланылған, Йомағужалағы мал һуйыу цехы һәм Өфөләге мәсет менән һөйләшелгән, хужалар продукцияны һатыуҙа ҡыйынлыҡтар булмаҫ, тип өмөтләнәләр. Ғайса Ғилметдин улы районда һарыҡсылыҡ йүнәлешен үҫтерергә кәрәклекте һыҙыҡ өҫтөнә алып, үҙ кәңәштәрен дә бирҙе.
Кәңәшмәлә ҡаралған икенсе проект – Ҡадир ауылынан Рәхим Байбулатовтыҡы ине. Рәхим Әбдрәхим улы ла малсылыҡ йүнәлешендә эш башларға уйлай. Хужаның ихатаһында әлегә 20 баш эре мал иҫәпләнә, уның 10-ы һауын һыйырҙар. Хужа шулай уҡ Ҡадир ауылында ферма төҙөп, һыйырҙар һанын арттырырға, техниканы яңыртып, был өлкәлә эште киңерәк йәйелдерергә иҫәп тота. Ул да комиссия ағзаларына ферма төҙөү өсөн ер участкаһы һәм көтөүлектәр буйынса һорауҙы хәл итеүҙе һорап мөрәжәғәт итте.
Яңы эш башлаусы фермерҙарҙың дәүләт ярҙамына ла өмөттәре ҙур, Альбина Буласова менән Рәхим Байбулатов “Агростартап” программаһында ҡатнашырға иҫәп тоталар, әгәр конкурсты уңышлы үтһәләр, улар техника паркын яңыртырға һәм мал һанын ишәйтергә уйлайҙар.
Районда ер, мал ҡәҙерен белгән, эш юҡ, ауыл бөтөп бара, балаларға үҫешергә мөмкинлектәр юҡ тип тормай тыуған ерендә тырышып эшләгән, йәшәгәндәр һәр саҡ һоҡландыра. Үҙҙәрен төрлө яҡтан һынап ҡарарға теләгән, эшләйем тип тырышып торған кешеләр булғанда, ауылдарҙың киләсәге өсөн дә күңел тыныс.