Мораҙым
-7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
28 Ғинуар 2020, 11:58

Башҡорт факультеты ябыла, тигән хәбәр дөрөҫлөккә тап килмәй

Үткән ялдарҙа интернет селтәрендә М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының башҡорт филологияһы факультетын ябыу тураһындағы хәбәрҙе, моғайын, күптәр уҡығандыр.Ошо хәл айҡанлы М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты ректоры Салауат Сәғитовтың юғары уҡыу йорто студенттарына, аспиранттарға, профессорҙарға, уҡытыусыларға, ошо факультетты тамамлаусыларға мөрәжәғәтендә был мәғлүмәттең хәҡиҡәткә тап килмәүе һәм, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, күптәрҙең мәғлүмәтте ысынға алып, әүҙем фекер алыша башлауы хаҡында әйтелә.

Үткән ялдарҙа интернет селтәрендә М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының башҡорт филологияһы факультетын ябыу тураһындағы хәбәрҙе, моғайын, күптәр уҡығандыр.
Ошо хәл айҡанлы М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты ректоры Салауат Сәғитовтың юғары уҡыу йорто студенттарына, аспиранттарға, профессорҙарға, уҡытыусыларға, ошо факультетты тамамлаусыларға мөрәжәғәтендә был мәғлүмәттең хәҡиҡәткә тап килмәүе һәм, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, күптәрҙең мәғлүмәтте ысынға алып, әүҙем фекер алыша башлауы хаҡында әйтелә.
“Рәсми рәүештә хәбәр итәм – бер ниндәй факультетты ябыу тураһында һүҙ бармай һәм барманы ла, хатта барыуы ла мөмкин түгел. Хәлгә аңлатма индереү маҡсатында бөгөн алып барылған эш хаҡында хәбәр итәм. Һәр институт йәки факультет булараҡ, башҡорт филологияһы факультеты даими үҫеш талап итә. Бөгөн факультетта 300-ҙән ашыу студент һәм магистрант белем ала, ун йыл элек уларҙың һаны 600-ҙан ашыу тәшкил итә ине. Ошо сәбәпле, оҙаҡ анализлағандан һәм профессорҙар, уҡытыусылар менән фекер алышҡандан һуң факультет составында Көнсығыш телдәрен өйрәнеү үҙәген, шулай уҡ Рухи үҫештең ресурс үҙәген төҙөү тәҡдим ителгәйне. Был тәҡдимдәр үҙ-ара килешеп ҡабул ителде һәм башҡорт филологияһы факультеты студенттарының һәм хеҙмәткәрҙәренең хуплауын тапты.
Бөгөн М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының башҡорт филологияһы факультетында ҡытай, төрөк һәм ғәрәп телдәрендә дәрестәр алып барыла. Ыңғай үҫеш күҙәтелә. Әле ойошторолған Көнсығыш телдәрен өйрәнеү үҙәгенең яҡын йылдарҙа кафедраға тиклем үҫеү мәсьәләһе тора. Был, беренсенән, университетыбыҙға студенттарҙы йәлеп итһә, икенсенән, республикала йәшәүселәр һәм М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының әлеге студенттары өсөн киңерәк белем алыу мөмкинлектәрен асасаҡ, шул иҫәптән төбәктә “Полилингвиаль мәктәп” проектын уңышлы тормошҡа ашырыу һәм кадрҙар әҙерләү өсөн дә. Рухи үҫештең ресурс үҙәге Ислам һәм ШОС илдәре менән берҙәм программалар өсөн күберәк мөмкинлектәр булдыра. Бынан тыш, ресурс үҙәге аша республиканың халҡы өсөн, шулай уҡ онлайн форматында ла, башҡорт һәм республика халыҡтарының телдәрен өйрәнеү эше дауам итәсәк. Оҙаҡ йылдар эшләнгән компетенциялар һәм бәйләнештәр быны атҡарыу мөмкинлеген бирә. Шулай итеп, “Кафедра – Көнсығыш телдәрен өйрәнеү үҙәге – Рухи үҫештең ресурс үҙәге” тигән өс өлөштән торған факультет “Университет З.О” юғары уҡыу йорттары заман концепцияһына ярашлы буласаҡ”.
Бынан тыш, мөрәжәғәттә факультеттың Башҡорт теле үҫеше буйынса ғилми-мәғариф үҙәге тип аталыу ихтималлығы хаҡында ла әйтелә. Был мәсьәлә буйынса ла факультет студенттары һәм уҡытыусылары менән фекер алышыу ойошторолған һәм бығаса өйрәнелгән “факультет” атамаһын ҡалдырырға хәл ителгән.
“Башҡорт филологияһы факультеты алдына ҡуйылған махсус мәсьәлә – динамик үҫеш, иң яҡшы ғалимдарҙы йәлеп итеп, заманса ысулдарҙы файҙаланып, башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү. Икенсе бурыс – тормошобоҙҙоң ҙур өлкәләрен яулап барған һанлаштырыу процестарын иҫәпкә алып, телде уҡытыуҙың заманса ысулдарын эшләү. Һис һүҙһеҙ, башҡорт филологияһы өлкәһендә лә һәм бөйөк мәғрифәтсе Аҡмулланың мираҫын өйрәнеүҙә лә киләсәктә эшләргә кәрәк” - тип билдәләнә мөрәжәғәттә. Бынан тыш, университет уҡытыусыларына, студенттарына, башҡорт телен яратыусыларға, уны һаҡлау һәм әүҙем үҫтереү өсөн тырышҡандарға төрлө нигеҙһеҙ мәғлүмәттәргә иғтибар итмәҫкә, дөрөҫ булмаған хәбәрҙәр таралмаһын өсөн рәсми рәүештә М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт университетына мөрәжәғәт итергә кәңәш бирелә.
Фото: М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының рәсми сайтынан.
Читайте нас: