Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
28 Ғинуар 2020, 18:15

Бөтә социаль хеҙмәттәр – бер урында

Һуңғы айҙарҙа бөтә район халҡы элекке “Гүзәл” балалар баҡсаһында реконструкциялау эштәре тамамланыуын түҙемһеҙләнеп көттө. Ниһайәт, яңы йылдың тәүге айында төҙөүселәр эштәрҙе теүәлләне һәм ике ҡатлы, бөтәһе 1000 квадрат метр майҙанды биләгән бинаға күскән халыҡҡа социаль хеҙмәт күрһәтеүсе ойошмалар өй туйланы. Яңыртылған һәм зауыҡлы итеп эшләнгән бинала бөтәһе 12 ойошма урынлашты. 24 ғинуарҙа Берҙәм халыҡты хеҙмәтләндереү үҙәге тантаналы шарттарҙа асылды.

Һуңғы айҙарҙа бөтә район халҡы элекке “Гүзәл” балалар баҡсаһында реконструкциялау эштәре тамамланыуын түҙемһеҙләнеп көттө. Ниһайәт, яңы йылдың тәүге айында төҙөүселәр эштәрҙе теүәлләне һәм ике ҡатлы, бөтәһе 1000 квадрат метр майҙанды биләгән бинаға күскән халыҡҡа социаль хеҙмәт күрһәтеүсе ойошмалар өй туйланы. Яңыртылған һәм зауыҡлы итеп эшләнгән бинала бөтәһе 12 ойошма урынлашасаҡ – Күп функциялы үҙәк, Мәшғүллек үҙәге, Социаль страховкалау фонды, “Ғаилә” үҙәге, “Мораҙым” халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәге, район хакимиәтенең опека һәм попечителлек хеҙмәте, “Лидер” йәштәр-үҫмерҙәр клубы, “Изге йөрәк” ирекмәндәр хәрәкәте һәм “Юнармия" хәрби-патриотик клубы, ветерандарҙы һәм инвалидтарҙы реабилитациялау автономлы коммерция булмаған ойошмаһы, район ветерандар советы, Мораҡ ауыл биләмәһе хакимиәте, ауыл биләмәләренең үҙәкләштерелгән бухгалтерияһы. Көндәлек тормошта халыҡҡа йыш мөрәжәғәт итергә тура килгән хеҙмәттәрҙең бер урында урынлашыуы халыҡ өсөн дә уңайлы – йомошон йомошлар өсөн хәҙер уларға бер остан икенсе осҡа йөрөргә тура килмәйәсәк. Берҙәм халыҡты хеҙмәтләндереү үҙәге район халҡына бер урында бөтә социаль хеҙмәттәрҙе алырға мөмкинлек бирәсәк.
24 ғинуарҙа Берҙәм халыҡты хеҙмәтләндереү үҙәге тантаналы шарттарҙа асылды.
Иң беренсе һүҙҙе район хакимиәте башлығы алды. Ғайса Ғилметдин улы ауыл халҡын шатлыҡлы ваҡиға менән тәбрикләп, районда киләсәктә лә төҙөлөш эштәренең дауам итәсәген һыҙыҡ өҫтөнә алды, яңы объекттың ауыл халҡына оҙаҡ йылдар хеҙмәт итеүен теләне, уны төҙөүгә ҙур өлөш индергән Рәмил Айытҡужиндың төҙөлөш бригадаһына оло рәхмәттәрен белдерҙе һәм төҙөүселәр – прораб Артем Сычев менән ташсы Филүс Ҡотлогилдинға рәхмәт хаттарын тапшырҙы. Уның һүҙҙәрен Зариф Байғусҡаров менән Әлфәрис Байсурин, Александр Фролов, Азалия Шитикова, Валерий Шәриповтар ҙа ҡеүәтләне. Валерий Мөхәмәт улы осраҡтан файҙаланып, районда ветерандар советы эшмәкәрлегенә тос өлөш индереүселәргә – район ветерандар советы рәйесе Ирек Сафинға Рәсәй ветерандар советының Почет грамотаһын, Динә Фәтҡуллина менән Фуат Хәлитовҡа республика ветерандар советының рәхмәт хаттарын тапшырҙы.
Тәүге ҡатта халыҡҡа дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәр күрһәтеүсе Күп функциялы үҙәк урынлашҡан, быға тиклем урынлашҡан бинала граждандарҙы 4 тәҙрә ҡабул итһә, яңы бинала халыҡты 7 тәҙрә ҡабул итәсәк. Электрон сират, банкоматтан талон алып, үҙ сиратың еткәнде, һине ҡайһы тәҙрәгә саҡырғандарын көтәһең. Көтөп тороусыларға ла уңайлыҡтар булдырылған, ултырып торор өсөн күп кенә урындар ҡаралған, балалар менән килеүселәр буласағын да күҙ уңынан ысҡындырмағандар, уларға тәғәйенләнгән мөйөш йыһазландырылған.
Граждандарға социаль-хоҡуҡи, социаль-психологик, социаль-педагогик хеҙмәттәр күрһәтеүҙе бурыс итеп ҡуйған “Ғаилә” үҙәге, опека һәм попечителлек хеҙмәте хәүеф төркөмөнә ҡараған ғаиләләр, балалар менән нисек эшләүҙәре хаҡында бәйән итте. Имен булмаған ғаиләләр, уларҙа тәрбиәләнеүсе балалар менән эшләүсе хеҙмәттәрҙең халыҡтың стресҡа, төрлө яман ғәҙәттәргә тиҙ бирешеп барған заманда алып барған эшмәкәрлеге айырыуса мөһим икәнлегенә ныҡлы иғтибар ителде. Бинаның икенсе ҡатында төрлө юҫыҡтағы кәңәшмәләр үткәрер өсөн 20-30 кешене һыйҙырырлыҡ конференц-зал бар, бында видеоконференция, телекүпер кеүек форматтағы кәңәшмәләр үткәрергә лә мөмкин.
Райондың иң ҙур ауыл биләмәләренең береһе булған, 10 мең кешене һәм тиҫтәләгән ауылды үҙ эсенә алған Мораҡ ауыл биләмәһе лә яҡты, йылы, иркен кабинеттарҙан урын алған. Мәшғүллек үҙәге, ауыл биләмәләренең үҙәкләштерелгән бухгалтерияһы, балалар-үҫмерҙәр менән эшләүсе клуб һәм башҡа ойошмалар яңы мебель менән йыһазландырылған яңы кабинеттарға урынлашҡан.
...Ҡаланан һис ҡалышмайбыҙ. Яңы реконструкция үткән объект менән танышҡан һәр кем бинанан ошондай уйҙар солғанышында сыҡҡандыр. Иң мөһиме, бындағы барлыҡ хеҙмәттәр һәр ваҡыт халыҡ мәнфәғәте өсөн хеҙмәт итһен!

Розалия ИСҠУЖИНА.

Анастасия ПЕСТЕХА фотолары.

Читайте нас: