Мораҙым
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
28 Ғинуар 2020, 16:41

Ағас алыу тәртибе

Рәсәй Урман кодексының 30-сы статьяһына һәм “Баш­ҡортостан Республикаһында урман мөнәсәбәттәрен көйләү” республика Законына ярашлы, граждандар ағасты шәхси торлаҡ йорт һәм йорт алды ҡаралтыларын төҙөү, уларҙы ремонтлау, йортто йылытыу маҡсатында әҙерләй ала.

Рәсәй Федерацияһы Урман кодексының 30-сы статьяһына ярашлы, граждандар йорттарын йылытыу, йорт йәки йорт ҡаралтыларын төҙөү йәки башҡа үҙ мәнфәғәттәренә ағасты һатып алыу-һатыу килешеүе нигеҙендә әҙерләй ала.
Рәсәй Федерацияһы Урман кодексының 4.1-се өлөшөнә ярашлы, граждандарҙың үҙ мәнфәғәттәре өсөн әҙерләнгән ағас тартып алынырға йәки бер кешенән икенсеһенә күсергә тейеш түгел. Уны әҙерләү тәртибе һәм нормативтары РФ субъекттары закондары менән билдәләнә.
Башҡортостанда 2007 йылдың 20 ноябрендәге “Урман мөнәсәбәттәрен көйләү тураһында”ғы законға ярашлы, граждандарға ағас әҙерләүҙең түбәндәге нормативтары һәм осоро билдәләнгән: шәхси торлаҡ йорт төҙөү өсөн – 25 йылға бер тапҡыр 110 кубометрға тиклем, йортто реконструкциялау, ремонтлау өсөн – 5 йылға бер тапҡыр 25 кубометрға тиклем (ағас әҙерләүҙең дөйөм күләменең 40 проценты ылыҫлы ағастар булһа ярай), йорт ҡаралтыларын төҙөү өсөн – 5 йылға бер тапҡыр 50 кубометр йомшаҡ йәки ҡаты япраҡлы ағас төрҙәре , йорт ҡаралтыларын ремонтлау өсөн – 3 йылға бер тапҡыр 15 кубометрға тиклем йомшаҡ йәки ҡаты япраҡлы ағас төрҙәре, торлаҡ йортто һәм башҡа йорт ҡаралтыларын йылытыу өсөн – йыл һайын 20 кубометрға тиклем йомшаҡ йәки ҡаты япраҡлы ағас төрҙәре бирелә.
Ағасҡа мохтаж граждандар “Урмансылыҡтар менән идара итеү” дәүләт ҡаҙна учреждениеһының урындағы бүлегенә мөрәжәғәт итергә тейеш.
И.ГАВРИЛОВ, бүлек начальнигы.
Читайте нас: