Мораҙым
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
27 Ғинуар 2020, 13:00

Оло Эйек буйы шағиры

Зәйнәб Биишева исемендәге район әҙәби премияға лайыҡ булған яҡташыбыҙ, өс шиғри йыйынтыҡ авторы Вәғиз Мәғизовты ижади ҡаҙанышы менән ихлас күңелдән тәбрикләйбеҙ! “Оло Эйек буйында” әҙәби берекмә ағзаһы, ижадташыбыҙ Вәғиз олатай район гәзите менән генә түгел, республика баҫмалары менән дә хеҙмәттәшлек итә. Уның лирик һәм сатирик, юмористик шиғырҙары “Башҡортостан”, “Йәшлек” гәзитендә, “Һәнәк” журналында даими баҫылып тора. “Иҫтәлек” тигән тәүге китабы - 2009 йылда, уның киләһе йылына шағир “Яҙмыш” тип аталғанын әҙерләп баҫтырҙы, “Ҡош юлы” йыйынтығы иһә бынан ике йыл элек донъя күрҙе. Вәғиз Хәтиф улына киләсәктә лә илһамлы ижады менән ҡыуандырып тороуын теләйбеҙ!

Зәйнәб Биишева исемендәге район әҙәби премияға лайыҡ булған яҡташыбыҙ, өс шиғри йыйынтыҡ авторы Вәғиз Мәғизовты ижади ҡаҙанышы менән ихлас күңелдән тәбрикләйбеҙ!

“Оло Эйек буйында” әҙәби берекмә ағзаһы, ижадташыбыҙ Вәғиз олатай район гәзите менән генә түгел, республика баҫмалары менән дә хеҙмәттәшлек итә. Уның лирик һәм сатирик, юмористик шиғырҙары “Башҡортостан”, “Йәшлек” гәзитендә, “Һәнәк” журналында даими баҫылып тора.
“Иҫтәлек” тигән тәүге китабы - 2009 йылда, уның киләһе йылына шағир “Яҙмыш” тип аталғанын әҙерләп баҫтырҙы, “Ҡош юлы” йыйынтығы иһә бынан ике йыл элек донъя күрҙе.
Вәғиз Хәтиф улына киләсәктә лә илһамлы ижады менән ҡыуандырып тороуын теләйбеҙ!
Читайте нас: