Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
27 Ғинуар 2020, 15:05

Гармунсы ла, һауынсы ла, һатыусы ла, “газосварщик” та ул инәй

Үрге Мөрсәләй (Дөмбәй) ауылында тыуып үҫеп,тыуған иле, тыуған ере мәнфәғәтенә фиҙаҡәр хеҙмәт итеп, маҡтаулы исемгә лайыҡ булған ул һәм ҡыҙҙары менән дан тота.Бөтә Рәсәй социалистик ярыштары еңеүсеһе, Башҡортостан республикаһының атҡаҙанған сауҙа хеҙмәткәре, үҙе ашнаҡсы, үҙе һауынсы, үҙе 6-сы разрядлы иретеп йәбештереүсе Фәниә Ғарифулла ҡыҙы Ғилметдинованың тормошо ла, хәҙерге заман күҙлегенән ҡарағанда хайран да ҡалырлыҡ.- Ҡыҙыҡ күрҙем. “Разнорабочий” булып эшләп йөрөй инем Азияла. Шунда ниндәйҙер йомош менән МТМ-ға ебәрҙеләр. Барып инһәм, бер нәҙек кенә тимер менән бынау хәтлем (ҡолас йәйеп күрһәтә-авт.) ут сығарып ултыра. Хайран ҡалдым: бәләкәй генә тимер сыбыҡтан ҡайҙан шул хәтлем ялҡын сыға икән?

Үрге Мөрсәләй (Дөмбәй) ауылында тыуып үҫеп,тыуған иле, тыуған ере мәнфәғәтенә фиҙаҡәр хеҙмәт итеп, маҡтаулы исемгә лайыҡ булған ул һәм ҡыҙҙары менән дан тота.
Бөтә Рәсәй социалистик ярыштары еңеүсеһе, Башҡортостан республикаһының атҡаҙанған сауҙа хеҙмәткәре, үҙе ашнаҡсы, үҙе һауынсы, үҙе 6-сы разрядлы иретеп йәбештереүсе Фәниә Ғарифулла ҡыҙы Ғилметдинованың тормошо ла, хәҙерге заман күҙлегенән ҡарағанда хайран да ҡалырлыҡ.
Һатыусылыҡ эшенә төшкәнсе ул бер ни тиклем Үзбәкстанда, унан һуң “Башсантехмонтаж” тресының Сибай ПМК-һында газ менән иретеп йәбештереүсе булып эшләй.
- Ҡыҙыҡ күрҙем. “Разнорабочий” булып эшләп йөрөй инем Азияла. Шунда ниндәйҙер йомош менән МТМ-ға ебәрҙеләр. Барып инһәм, бер нәҙек кенә тимер менән бынау хәтлем (ҡолас йәйеп күрһәтә-авт.) ут сығарып ултыра. Хайран ҡалдым: бәләкәй генә тимер сыбыҡтан ҡайҙан шул хәтлем ялҡын сыға икән? Минең иҫем китеп ҡарап торғанды күреп ҡалды ла, оло ғына урыҫ ағайы: “Что, дочка, смотришь? Нравится что ли? У нас как раз сварщиков не хватает, сварщики нам нужны”, - тигән булды. Алтмыш өсөнсө йыл ине, шикелле. “Вот у нас тетя Рая работает сварщиком, уже возраст под пенсию, но не бросает работу, женщины тоже работают. Я вижу: тебе интересно. Айда, за три месяца вот таким сварщиком будешь у меня” тип “во” күрһәтеп, баш бармағын күтәрә.
Мин ул ваҡытта йөк тейәүсе булып эшләй инем әле. “Это не женская работа, пусть мужики возят” тип, мине шунда уҡ механик янына алып китте, һөйләшеп, килешеп, эшкә алып та ҡуйҙылар. Шулайтып, газ менән иретеп йәбештереүсе булып эшләй башланым, - тип һөйләй Фәниә инәй.
Сибайҙан ҡайтҡас, тәүҙә һауынсы булып эшләй. 1982 йылда Дөмбәй ауыл магазины һатыусыһы булып эшкә төшә, унда ике йыл эшләгәндән һуң, күрше Сирбай ауылы магазины мөдире итеп тәғәйенләнә. Унда 13 йыл эшләй. Ул эшләгән йылдарҙа Дөмбәй, Сирбай ауыл магазиндары иң байы була. Күрше ауылдарҙан да, хатта Мәҡсүттән, Мораҡтан да әйбер һатып алырға килә торған булғандар.Сауҙа өлкәһендә һөҙөмтәле эшләгәне өсөн “Башҡортостандың атҡаҙанған сауҙа хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ була, 85-87 йылдарҙа социалистик ярыштарҙа яҡшы күрһәткестәргә өлгәшкәне өсөн почет грамоталары менән бүләкләнә, газ менән иретеп йәбештереүсе булып эшләгән йылдарҙа ла, уның хеҙмәте бихисап маҡтау ҡағыҙҙары, почет грамоталары, рәхмәт хаттары менән билдәләнә.
Уның тормошо һәм хеҙмәте тураһында тулы мәҡәлә район гәзитенең киләһе һандарында донъя күрер.
Читайте нас: