Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
26 Ғинуар 2020, 18:41

Юлдарҙа ғүмерҙәр өҙөлә...

ЮХХДИ-ның матбуғат хеҙмәтенән тип хәбәр итеүҙәренсә, был аҙнала ла юл-транспорт ваҡиғалары бер ҙә кәмемәй. Мәҫәлән, 24 ғинуарҙа Силәбе өлкәһенең Ҡалым тауындағы юл-транспорт ваҡиғаһында Салауат районының Мөрсәлим ауылында йәшәгән 40 йәшлек ир һәләк булған.26 ғинуарҙа Бөрө районында Өфө – Яңауыл юлында иртүк юл фажиғәһе теркәлә. “Лада-Калина” автомобиле менән Volvo йөк машинаһы бәрелешеү һөҙөмтәһендә йәнә кешеләр һәләк була...

ЮХХДИ-ның матбуғат хеҙмәтенән тип хәбәр итеүҙәренсә, был аҙнала ла юл-транспорт ваҡиғалары бер ҙә кәмемәй. Мәҫәлән, 24 ғинуарҙа Силәбе өлкәһенең Ҡалым тауындағы юл-транспорт ваҡиғаһында Салауат районының Мөрсәлим ауылында йәшәгән 40 йәшлек ир һәләк булған.
Авария Бөрө – Үрге Ҡыйғы – Сатҡы трассаһының 285-се километрында була. ”ВАЗ-21104” автомобиле водителе, юл ҡағиҙәләрен боҙоп, ҡаршы яҡ һыҙатҡа сыға һәм ”Фольксваген Джетта” машинаһы менән бәрелешә.
ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре әйтеүенсә, “ВАЗ-21104” автомобиле водителе иҫерек булған, уның хатта машина менән идара итеүгә танытмаһы ла булмаған.
26 ғинуарҙа Бөрө районында Өфө – Яңауыл юлында иртүк юл фажиғәһе теркәлә. “Лада-Калина” автомобиле менән Volvo йөк машинаһы бәрелешеү һөҙөмтәһендә йәнә кешеләр һәләк була...
"Юл-транспорт ваҡиғаһында еңел автомобиль водителе һәм уның бәлиғ булмаған йәштәге ҡыҙы, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һәләк булды", - тип хәбәр иттеләр ЮХХДИ-ның матбуғат хеҙмәтенән. Фажиғә сәбәптәре асыҡлана, авария урынында полиция һәм башҡа хеҙмәттәр эшләй.
Көн һайын тиерлек юлдарҙа ошондай фажиғәләр ҡабатланып тора, күпме кеше һәләк була, күпме бала етем ҡала... Хөрмәтле водителдәр, ҡағиҙәләрҙе теүәл үтәйек, юлдарҙа бер-беребеҙҙе ихтирам итәйек!
Читайте нас: