Мораҙым
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
26 Ғинуар 2020, 18:45

Ишембай районында янғын өс кешенең, шул иҫәптән бер баланың ғүмерен өҙҙө

25 ғинуарҙа киске 5-тә диспетчер хеҙмәтенә Ишембай районының Ғүмәр ауылындағы шәхси йортта янғын сығыу тураһында хәбәр килә. Шул уҡ ваҡытта урынға янғын һүндереүселәр, ҡотҡарыусылар һәм табиптар юллана. Беренсе янғын-ҡотҡарыу бүлексәһе килеп етеүгә, бишкә һигеҙ квадрат метрлыҡ ағас йортто тулыһынса ут ялмап алған була.

25 ғинуарҙа киске 5-тә диспетчер хеҙмәтенә Ишембай районының Ғүмәр ауылындағы шәхси йортта янғын сығыу тураһында хәбәр килә. Шул уҡ ваҡытта урынға янғын һүндереүселәр, ҡотҡарыусылар һәм табиптар юллана. Беренсе янғын-ҡотҡарыу бүлексәһе килеп етеүгә, бишкә һигеҙ квадрат метрлыҡ ағас йортто тулыһынса ут ялмап алған була. Алты тула тигәндә утты һүндерәләр ҙә бит...
Тик был фажиғә ҡорбандарһыҙ булмай. Утта өс кеше, шул иҫәптән бер бала һәләк була. Улар - 1959 һәм 1996 йылғы ҡатындар һәм дүрт йәшлек малай. Өс йәшлек тағы бер сабыйҙы Ишембай ҡалаһының балалар үҙәк дауаханаһына оҙаталар.
Урынға янғын һынау лабораторияһы йүнәлтелә. Шулай уҡ унда Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы начальнигы урынбаҫары Эдуард Иҙрисов һәм психологтар бара. Әле янғындың сәбәптәре асыҡлана. Урында тәфтиш-оператив төркөм эшләй.
Фото: Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.
Читайте нас: