Мораҙым
-25 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
25 Ғинуар 2020, 21:06

Тәрбиә нигеҙҙәре

*Үткәндәр тураһында күп уйлама – уларҙы барыбер ҡайтарып булмай, алдағы хаҡында йыш хыял ҡорма – киләсәгең әле етмәгән. Ғүмереңдең һәр көнөн матур, файҙалы итеп үткәрергә ынтыл.*Кисерелгән шатлыҡтың китеүенән ҡурҡма. Әле килмәгән бәлә өсөн алдан ҡайғырма. Барыһын да Аллаһҡа тапшыр.*Үҙеңә ебәрелгән һынауҙар менән өлөшөңә төшкән ниғмәттәрҙе сағыштыр. Һуңғылары һәр саҡ күберәк.*Кемдер һиңә яман һүҙ әйтә икән, был хаҡта күп уйланма. Гонаһы бит ул кешенең үҙенә төшә.

*Ырыҫ-бәхет асҡыстары – иман һәм уның өлөштәре һаналған изге ғәмәлдәр. Шуларға өлгәшергә тырыш.

*Файҙалы ғилем ал, күберәк уҡы – тормошоң яйланыр.

*Башҡаларға изгелек ҡылһаң – үҙеңде бәхетле тойорһоң.

*Йөрәгеңде асыу, көнсөллөк, нәфрәт, һаранлыҡ кеүек тойғоларҙан таҙарт.

*Үткәндәр тураһында күп уйлама – уларҙы барыбер ҡайтарып булмай, алдағы хаҡында йыш хыял ҡорма – киләсәгең әле етмәгән. Ғүмереңдең һәр көнөн матур, файҙалы итеп үткәрергә ынтыл.

*Яман уй-фараздарҙан, шик-шөбһәләрҙән һаҡлан.

*Кисерелгән шатлыҡтың китеүенән ҡурҡма. Әле килмәгән бәлә өсөн алдан ҡайғырма. Барыһын да Аллаһҡа тапшыр.

*Үҙеңә ебәрелгән һынауҙар менән өлөшөңә төшкән ниғмәттәрҙе сағыштыр. Һуңғылары һәр саҡ күберәк.

*Кемдер һиңә яман һүҙ әйтә икән, был хаҡта күп уйланма. Гонаһы бит ул кешенең үҙенә төшә.

*Изге эштәрең өсөн бер кемдән дә рәхмәт көтмә. Барыһын да Аллаһтың ризалығы өсөн башҡар.

*Күңелең ятҡан эш менән шөғөллән. Ул үҙеңә лә, башҡа кешеләргә лә файҙа килтерер.

*Һәр кемдең яҡшы яғына иғтибар ит, кәмселектәренә күҙ йом. Камил кеше юҡ. Был һинең үҙеңә лә ҡағыла.

*Ғәйбәткә ышанма. Башҡаларҙың кәмселектәрен эҙләмә, хаталанғандарын күреп көлмә. Был үҙеңә лә, уларға ла бәхет килтермәҫ.

*Һаулығыңды һаҡла: тән сәләмәтлеге – йән бөтөнлөгө.

Читайте нас: