Мораҙым
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
25 Ғинуар 2020, 21:30

Аҡ юрғандай аҡ бурандар солғап алды тирә-йүнде...

Ҡыштың айырылғыһыҙ юлдашы ул – буран. Бына бөгөн дә Күгәрсен районын ап-аҡ ҡарлы буран солғап алды. Ауылдар эсендә артыҡ ныҡ һымаҡ күренмәһә лә, Мораҡ-Мәләүез араһында ул ярайһы уҡ көслө булды. Төшкө сәғәттәрҙә Йәҙгәр ауылына етәрәк ҡаршыға хәрәкәт итеүсе транспорт бер нисә метрҙан бөтөнләй күренмәй ҙә тиерлек ине. Шунлыҡтан машиналар үтә яй хәрәкәт итергә мәжбүр булды. Төштән һуң, ҡыуанысҡа күрә, ҡар-буран бер аҙ баҫыла төштө.

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы буран иртәгә лә дауам итәсәк һәм көслө ҡар яуасаҡ тип хәбәр итә. Һауа торошо боҙолдо тип кенә өйҙә ултырып булмай, әлбиттә. Шулай ҙа юлдарҙа һаҡ булырға саҡырабыҙ.
Ҡайҙа ғына йөрөһәгеҙ ҙә, юлдарығыҙ уң булһын!
Читайте нас: