Мораҙым
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
24 Ғинуар 2020, 11:39

Машинаңды сүп-сар майҙансығына ҡуйһаң - штраф

Билдәле булыуынса, быйыл ғинуарҙа республикала машиналарҙы контейнер майҙансыҡтарына ҡуйған өсөн штраф һалыу тураһындағы закон ғәмәлгә инде. Маҡсат яза биреүҙә түгел, ә мәҙәни кимәлде күтәреүҙә.

Билдәле булыуынса, быйыл ғинуарҙа республикала машиналарҙы контейнер майҙансыҡтарына ҡуйған өсөн штраф һалыу тураһындағы закон ғәмәлгә инде. Маҡсат яза биреүҙә түгел, ә мәҙәни кимәлде күтәреүҙә.
Закон нисек үтәлә икән? 21 һәм 22 ғинуарҙа баш ҡаланың Орджоникидзе районында быны тикшереү буйынса рейд үткәрелгән. Уның барышында “Йәмәғәт хәүефһеҙлеге үҙәге” эшселәре 15 административ хоҡуҡ боҙоу осрағын асыҡлаған. Автомобилдәр контейнер майҙансығында, ҙур габаритлы сүп-сар һала торған урындарҙа ҡалдырылған. Улар ҡый ташлаған кешеләргә лә, ҡалдыҡты алып киткән сүп-сар машиналарына ла ҡамасаулай.
Был хоҡуҡ боҙоу өсөн штраф ҡаралған. Граждандар өсөн уның күләме - бер-ике мең һум, вазифа биләгәндәргә - биш-ун мең һум, ойошмаларға - 20-30 мең һум.
Ошо уҡ законды яңынан боҙған осраҡта, штраф күләме артасаҡ. Граждандар был саҡта өс-дүрт мең һум, вазифалы кешеләр 15-20 мең һум һәм ойошмалар 35 - 50 мең һум штраф түләйәсәк.
Читайте нас: