Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
24 Ғинуар 2020, 11:31

Хеҙмәттәре баһаланды

Башҡортостан Хөкүмәтендә Рус география йәмғиәте төбәк бүлексәһенең 2019 йылғы эшмәкәрлегенә һығымта яһалды.

Башҡортостан Хөкүмәтендә Рус география йәмғиәте төбәк бүлексәһенең 2019 йылғы эшмәкәрлегенә һығымта яһалды.
23 ғинуарҙа республика Хөкүмәте йортонда Рус география йәмғиәте Башҡортостан бүлексәһе Попечителлек советының сираттағы кәңәшмәһе булды. Уны Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе Александр Сидякин алып барҙы.
Бүлексә рәйесе, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты ректоры Салауат Сәғитовтың сығышында йәмғиәттең хисаплама осорондағы ҡаҙаныштары билдәләнгәйне: “Асҡын боҙ мәмерйәһе” туристик комплексының асылыуы, “Янғантау” геопаркын асыуҙа ҡатнашыу, “Урал барыҫы” һәм “Башкирская кругосветка” масштаблы туристик проекттарын тормошҡа ашырыу һәм башҡалар. Йәмғиәттең 2020 йылға Рус география йәмғиәтенең – 175, Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығы айҡанлы пландары ла ҡаралды. Шул иҫәптән март аҙағында үтәсәк Рус география йәмғиәтенең I “Торатау” төбәк-ара фестивале, Башҡортостан буйынса беренсе географик диктант.
Өҫтәүенә төбәк бүлексәһе тарафынан “Торатау” геопаркына бер нисә экспедиция ойошторолған. Бынан тыш, урындағы халыҡтан материалдар йыйыу буйынса этнографик экспедиция, биләмәләге тәбиғи ҡомартҡыларҙы өйрәнеү йәһәтенән ҡаргиҙәрҙәрҙә экспедиция, геопаркты глобаль селтәргә индереүгә заявка әҙерләүгә инвентаризация өсөн археологик экспедиция.
Попечителлек советы ағзалары бүлексәнең 2019 йылғы эшен ҡәнәғәтләнерлек тип билдәләне һәм 2020 йылға Башҡортостан бүлексәһенең саралар планын раҫланы.
Кәңәшмә аҙағында Александр Сидякин Рәсәй Геройы, Рус география йәмғиәтенең вице-президенты Артур Чилингаровтың төбәк бүлексәһе Попечителлек советы рәйесенә, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировҡа сәләмен еткерҙе. Ул шулай уҡ Рус география йәмғиәтенең Башҡортостан бүлексәһенә Бөйөк Еңеүҙең – 75, Рус география йәмғиәтенең 175 йыллығын үткәреүгә айырыуса ҙур иғтибар бүлергә ҡушты.
Читайте нас: