Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
24 Ғинуар 2020, 17:05

Өфө мәктәбендә бер ҡыҙ 12 йәшлек уҡыусыға бысаҡ менән ташланған.

Өфө мәктәбендә бер ҡыҙ 12 йәшлек уҡыусыға бысаҡ менән ташланған. Кисә Нижегородка биҫтәһендәге 24 мәктәптә тәнәфес ваҡытында ике ҡыҙ араһында бәхәс сыҡҡан, береһе икенсеһенең эсенә ике тапҡыр бысаҡ менән сәнскән. Йәрәхәтләнгән уҡыусы реанимацияға оҙатылған. Әле ул дауаханала, уның хәле тотороҡло тип баһалана, ғүмеренә бер ни ҙә янамай.

Өфө мәктәбендә бер ҡыҙ 12 йәшлек уҡыусыға бысаҡ менән ташланған.
Кисә Нижегородка биҫтәһендәге 24 мәктәптә тәнәфес ваҡытында ике ҡыҙ араһында бәхәс сыҡҡан, береһе икенсеһенең эсенә ике тапҡыр бысаҡ менән сәнскән. Йәрәхәтләнгән уҡыусы реанимацияға оҙатылған. Әле ул дауаханала, уның хәле тотороҡло тип баһалана, ғүмеренә бер ни ҙә янамай.

Ҡыҙҙар ике туғандар, бер йортта йәшәйҙәр һәм бергә уҡыйҙар.Уҡытыусылар һүҙҙәренсә, элек балаларҙың тәртибе бер ниндәй ҙә шик тыуҙырмаған. Ғаилә эске эштәр органдарында иҫәптә тормаған.

Мәктәп директоры, хәҙер беҙ хәүефһеҙлек сараларына күберәк иғтибар бүләсәкбеҙ, тип белдерҙе.

Был эш менән тәфтиш комитеты һәм прокуратура шөғөлләнә.
Читайте нас: