Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
22 Ғинуар 2020, 14:00

“Ватан өсөн йән ҡыҙғанмай, Һинең улдарың, Урал...”

112- се Башҡорт кавалерия дивизияһыгенерал-майор Миңлеғәле Шайморатов етәкселегендә Бөйөк Ватан һуғышында Брянск, Воронеж, Көньяҡ –Көнбайыш фронттарында, Сталинградта барған алыштарҙа еңеү яулай(данлы юлы нәҡ Сталинградта башлана).Дивизия Бөйөк Ватан һуғышында4 мең километр юл үтә, 3860 яугиры орден, миҙалдар менән бүләкләнә, 78 яугир Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ була. Башҡорт атлыларының тиңһеҙ батырлыҡтары тураһында мәғлүмәттәр туплау, ҡаһарман яугирҙарҙың исемдәрен мәңгеләштереү маҡсатында республикала “Шайморатов вариҫтары” тигән халыҡ проекты эш башланы. Яугирҙар тураһында мәғлүмәт туплау апрелгә ҡәҙәр бара. Бөтә мәғлүмәттәр [email protected] электрон адресына ҡабул ителә. Уның маҡсаты – халыҡ ярҙамы менән яугир исемдәрен тергеҙеү, киләсәкә быуынға еткереү.

112- се Башҡорт кавалерия дивизияһы генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов етәкселегендә Бөйөк Ватан һуғышында Брянск, Воронеж, Көньяҡ –Көнбайыш фронттарында, Сталинградта барған алыштарҙа еңеү яулай(данлы юлы нәҡ Сталинградта башлана).
Дивизия Бөйөк Ватан һуғышында4 мең километр юл үтә, 3860 яугиры орден, миҙалдар менән бүләкләнә, 78 яугир Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ була.
Башҡорт атлыларының тиңһеҙ батырлыҡтары тураһында мәғлүмәттәр туплау, ҡаһарман яугирҙарҙың исемдәрен мәңгеләштереү маҡсатында республикала “Шайморатов вариҫтары” тигән халыҡ проекты эш башланы. Яугирҙар тураһында мәғлүмәт туплау апрелгә ҡәҙәр бара. Бөтә мәғлүмәттәр [email protected] электрон адресына ҡабул ителә. Уның маҡсаты – халыҡ ярҙамы менән яугир исемдәрен тергеҙеү, киләсәкә быуынға еткереү.
Беҙҙең райондан да 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы составында хеҙмәт иткән яҡташтарыбыҙ бар.
Шуларҙың береһе – Арыҫланбәков Насретдин Ғосман улы. Ул яу ҡырында күрһәткән ҡаһарманлығы өсөн “Ҡыҙыл байраҡ”, “2-се дәрәжә Бөйөк Ватан һуғышы ордены”, “Варшаваны алған өсөн”, “Праганы алған өсөн” “Берлинды алған өсөн”, “Батырлыҡ өсөн”, “Хәрби ҡаһарманлыҡ өсөн” һәм башҡа орден-миҙалдар менән бүләкләнә.
“Уның хаҡында мәғлүмәттәр бик аҙ, сөнки ваҡытында атайыма үҙе тураһында һөйләү тыйылған булған. Зәки Вәлиди яҡлы булған тигән мәғлүмәт тә бар ине, - ти яугирҙың улы Ишмөхәмәт Арыҫланбәков.
Әйткәндәй, Арыҫланбәков Насретдин Ғосман (Ғоссам) улы тураһында мәғлүмәт “Подвиг народа” (podvignaroda.ru) сайтында ла бар .
Унда тәүге яҙмала “Арсланбеков Насретдин Гусамович (Гусанович)” – 1903 года рождения, звание: гв. Красноармеец, место призыва: Юмагузинский РВК, Башкирская АССР, Юмагузинский р-н”;
икенсеһендә “Арсланбеков Насретдин Гусамович - Год рождения: __.__.1923 . Место рождения: Башкирская АССР, Кугарчинский р-н, д. Тляумбетово
№ наградного документа: 195” тип күрһәтелгән.
Читайте нас: