Мораҙым
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
21 Ғинуар 2020, 12:57

Ваһапова Зөлфирә Ниғмәт ҡыҙына ҡотлау

Мәҡсүт ауылында йәшәүсе ҡәҙерле әсәйебеҙ, өләсәйебеҙ Ваһапова Зөлфирә Ниғмәт ҡыҙын 70 йәшлек юбилейы менән ысын күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ!

Мәҡсүт ауылында йәшәүсе ҡәҙерле әсәйебеҙ, өләсәйебеҙ Ваһапова Зөлфирә Ниғмәт ҡыҙын 70 йәшлек юбилейы менән ысын күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ!
Һөйөклөбөҙ, киләсәк көндәрең өмөт менән тулы булып, ғүмер йомғағың шатлыҡ менән генә тулып тәгәрәһен, тормош ауырлыҡтарына бирешмәй, сабыр булып, балаларыңдың игелеген күреп, оҙон-оҙаҡ бәхетле ғүмер кисерергә яҙһын. Һин булғанға донъябыҙ йәмле, бәхетебеҙ тулы, уйҙарыбыҙ яҡты. Хоҙай үҙеңде сәләмәтлектән, күңел тыныслығынан айырмаһын, әсәй!
Юбилейың, әсәй, гөрләп үтһен,
Шатлыҡ менән тулһын күңелең.
Һинңә ҡарап һәр саҡ һоҡланабыҙ,
Һин йәмләйһең, әсәй, өй түрен.
Рәхмәт әйтеп һиңә баш эйәбеҙ,
Һис бирешмәй йәшә, мең йәшә.
Һәр көнөңдә һине яратыусы
Балаларың булһын йәнәшә!
Иң изге теләктәр менән ҡыҙҙарың Светлана, Зилә, кейәүҙәрең Рәфис, Фәрит һәм ейән-ейәнсәрҙәрең Азалия, Эльвина, Камила, Алмас.
Читайте нас: