Мораҙым
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
21 Ғинуар 2020, 15:21

Фойкиндар - "Яңы йыл ғаилә уйындары"ның махсус призына лайыҡ

18 ғинуарҙа Өфөлә “Яңы йыл ғаилә уйындары-2020” республика фестиваленең финалы үтте, унда бөтәһе 70 ғаилә ҡатнашты. Был күләмле сарала беҙҙең район данын муниципаль этапта еңеү яулаусы - Йомағужа ауылында йәшәүсе Фойкиндар ғаиләһе – Вячеслав Петрович, Мария Юрьевна һәм Лиза (Йомағужа 2-се урта мәктәбендә уҡый) яҡланы.

Быйыл беҙҙең республикала ҡышҡы каникулдарҙа “Яңы йыл ғаилә уйындары-2020” республика фестивале үтте. Бындай сара беҙҙең республикала тәүге тапҡыр үткәрелде һәм унда республиканың 1241 мәктәбе, 320 меңдән ашыу ҡатнашты.
18 ғинуарҙа Өфөлә “Яңы йыл ғаилә уйындары-2020” республика фестиваленең финалы үтте, унда бөтәһе 70 ғаилә ҡатнашты. Был күләмле сарала беҙҙең район данын муниципаль этапта еңеү яулаусы - Йомағужа ауылында йәшәүсе Фойкиндар ғаиләһе – Вячеслав Петрович, Мария Юрьевна һәм Лиза (Йомағужа 2-се урта мәктәбендә уҡый) яҡланы.
Бөтә ярыштарҙың һөҙөмтәләре буйынса фестивалдең еңеүселәре билдәләнде. Вячеслав, Мария һәм Лиза Фойкиндар “Еңеүгә ынтылыш өсөн” номинацияһында махсус призға лайыҡ булды. Афарин! Татыу һәм дуҫ ғаиләне еңеүҙәре менән ҡотлайбыҙ һәм яңынан-яңы уңыштар теләйбеҙ!

Читайте нас: