Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
21 Ғинуар 2020, 14:35

Депутат ҡулынан - Рәхмәт хаты

Өфө ҡалаһында "Башинформ" матбуғат агентлығында уҙған матбуғат конференцияһында беҙҙең “Мораҙым” гәзитенең мөхәррир вазифаһын башҡарыусы Розалия Исҡужина ла ҡатнашты һәм юғары һөнәри оҫталығы, РФ Дәүләт Думаһы депутаттарының Башҡортостан Республикаһындағы эшмәкәрлеген яҡтыртҡаны өсөн Рәхмәт хатына лайыҡ булды.

Халыҡ оло ышаныс күрһәтеп һайлаған һәр депутат һайлаусылар мәнфәғәте өсөн эшләргә, уларҙың тормошон яҡшыртыуға мөмкин тиклем ҙур өлөш индерергә бурыслы. РФ Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров был йәһәттән уңышлы эшләй: уҙған йылда уға төрлө һорауҙар менән 913 граждан мөрәжәғәт иткән, төрлө ауыл-ҡалаларҙа ойошторолған 42 күсмә ҡабул итеүгә төрлө һорауҙар менән килгән 500-ҙән ашыу кешенең үтенестәрен хәл итеүҙә ярҙам ҡулын һуҙған. Парламентарий закон проекттарын әҙерләүҙә лә әүҙем ҡатнаша, әлеге мәлдә ул алып барған бындай проекттар һаны – 59.
Аҙна башында “Башинформ” агентлығында уҙған матбуғат конференцияһында Зариф Закир улы үҙенең эш һөҙөмтәләре хаҡында бәйән итте, яңы ҡабул ителгән һәм ителәсәк ҡанундарға аңлатмалар бирҙе. Әйткәндәй, республикабыҙҙың төрлө матбуғат сараларында әүҙем эшләүсе журналистар ҡатнашлығында уҙған был сарала беҙҙең “Мораҙым” гәзитенең мөхәррир вазифаһын башҡарыусы Розалия Исҡужина ла ҡатнашты һәм юғары һөнәри оҫталығы, РФ Дәүләт Думаһы депутаттарының Башҡортостан Республикаһындағы эшмәкәрлеген яҡтыртҡаны өсөн Рәхмәт хатына лайыҡ булды.
Матбуғат өлкәһендә 14 йыл йөҙөп эшләгән, һуңғы ике йылда “Мораҙым” район гәзитен етәкләгән хеҙмәттәшебеҙҙе сираттағы уңышы менән ҡотлайбыҙ һәм артабан да ижади уңыштар теләйбеҙ!
Читайте нас: