Мораҙым
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
18 Ғинуар 2020, 12:35

Көндәр ҡасан һыуыта?

Республиканың гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхитте күҙәтеү идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, 18 ғинуарҙан башлап атмосфера баҫымы күтәрелә башлай.

Башҡортостанда яңы 2020 йылдың беренсе айы аномаль йылы булыуы менән айырылып тора.
Әлеге ваҡытта уртаса тәүлек һауа температураһы ғәҙәти күрһәткестәрҙән 10 градусҡа юғары. Уҙған көндә республикала епшек ҡар яуҙы, төндә ул боҙло ямғыр менән алмашынды. Көндөҙгө сәғәттәрҙә һауа температураһы плюс билдәһенә күтәрелде, ҡар ирей, юлдарҙа боҙлауыҡ күҙәтелә.
Республиканың гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхитте күҙәтеү идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, иртәгәнән, 18 ғинуарҙан башлап, атмосфера баҫымы күтәрелә башлай. Һауа температураһы бер аҙ түбәнәйә. 18 һәм 19 ғинуарҙа һауа температураһы төндә -2,-7, аяҙытҡанда -10,-15 градус була, көндөҙ 0,-5 градус көтөлә.
Гисметео мәғлүмәттәре буйынса, киләһе аҙнала республикала көндөҙ -4,-6 градус була. Аҙна аҙағында көндәрҙең ҡапыл һыуытыуы фаразлана: көндөҙ -11, төндә -15 градусҡа тиклем.
Читайте нас: