Мораҙым
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
17 Ғинуар 2020, 18:05

Үҙ телебеҙҙә һөйләшәйек, әйҙә, ҡоштар көнләшһен

Мәғлүм булыуынса, 2020 йыл бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы тарафынан Башҡорт теле йылы тип иғлан ителде. Яңыраҡ ҡоролтай ағзалары сираттағы ултырышта ошо йылды нисек үткәреү тураһында фекер алышып, йыллыҡ план ҡабул итте. Президиум рәйесе Эльвира Айытҡолова һәр айҙа айырым тематик йүнәлештәр билдәләп, саралар үткәреүҙең отошло булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды. Мәҫәлән, ғинуарҙың темаһы – “Башҡорт теле – дәүләт теле”. Район ҡоролтайҙарына ошо темаға ярашлы, урындарҙа тел комиссиялары менән берлектә урам исемдәренең, ер-һыу атамалары яҙылған күрһәткестәрҙең һәм башҡа мәғлүмәти алтаҡталарҙың дөрөҫ яҙылыу-яҙылмауын тикшереп, әгәр грамматик хаталар булған осраҡта төҙәтеү, район хакимиәттәрендә башҡорт телендә ултырыштар, кәңәшмәләр үткәреү, урындағы матбуғат баҫмаһында “Башҡорт теле йылы” рубрикаһын асып, шул тәңгәлдә башҡарылған эштәрҙе даими яҡтыртып барыу эшен ойоштороу бурысы йөкмәтелә. Район ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Гөлфиә Искәндәрова әйтеүенсә, беҙҙә Башҡорт теле йылын үткәреү буйынса план ҡабул ителгән, мәғариф, матбуғат, мәҙәниәт өлкәһе, ауыл биләмәләре менән берлеклектә төрлө саралар үткәреү планлаштырыла. Февраль иһә, планға ярашлы, “Башҡорт теле – заманса тел” темаһына арналасаҡ.

Мәғлүм булыуынса, 2020 йыл бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы тарафынан Башҡорт теле йылы тип иғлан ителде. Яңыраҡ ҡоролтай ағзалары сираттағы ултырышта ошо йылды нисек үткәреү тураһында фекер алышып, йыллыҡ план ҡабул итте.
Президиум рәйесе Эльвира Айытҡолова һәр айҙа айырым тематик йүнәлештәр билдәләп, саралар үткәреүҙең отошло булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды. Мәҫәлән, ғинуарҙың темаһы – “Башҡорт теле – дәүләт теле”. Район ҡоролтайҙарына ошо темаға ярашлы, урындарҙа тел комиссиялары менән берлектә урам исемдәренең, ер-һыу атамалары яҙылған күрһәткестәрҙең һәм башҡа мәғлүмәти алтаҡталарҙың дөрөҫ яҙылыу-яҙылмауын тикшереп, әгәр грамматик хаталар булған осраҡта төҙәтеү, район хакимиәттәрендә башҡорт телендә ултырыштар, кәңәшмәләр үткәреү, урындағы матбуғат баҫмаһында “Башҡорт теле йылы” рубрикаһын асып, шул тәңгәлдә башҡарылған эштәрҙе даими яҡтыртып барыу эшен ойоштороу бурысы йөкмәтелә.
Район ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Гөлфиә Искәндәрова әйтеүенсә, беҙҙә Башҡорт теле йылын үткәреү буйынса план ҡабул ителгән, мәғариф, матбуғат, мәҙәниәт өлкәһе, ауыл биләмәләре менән берлектә төрлө саралар үткәреү планлаштырыла.
Ғинуарҙа үткән сараларҙы интернетта #дәүләт хештегы менән урынлаштырырға тәҡдим ителә.
Февраль иһә, планға ярашлы, “Башҡорт теле – заманса тел” темаһына арналасаҡ. Уның хештегы - #интерактив
Башҡа айҙарҙың тематик йүнәлеше менән киләһе яҙмаларҙа таныштырып, йүнәлтмәләр бирә барырбыҙ, ә тулы концепцияны Күгәрсен районы башҡорттары ҡоролтайының "Бәйләнештәге" рәсми төркөмөндә табырһығыҙ.
Читайте нас: