“Беҙҙе әтәс түгел, иртә таңдан Хәйҙәр ҡулында уйнап торған балта-бысҡы тауыштары уята”-, тиҙәр, ауылдаштары, мәрәкәләп.
Уның ошо ағас эшенә һөйөүе, оҫталығы балаларына ла һалынған. Әйткәндәй, Мәүлит олатай менән Миңйыһан инәй туғыҙ балаға ғүмер биргән. Хәйҙәр ағай ғаиләлә малайҙарҙан иң кесеһе булараҡ, уларҙың васыятына тоғро ҡалып, атай нигеҙен һыуытмай, шул урында өй яңыртҡан.
Егәрле хужаның кәртә-ҡураһы тулы мал. Ауыл кешеһенең бөтмәҫ-төкәнмәҫ көндәлек эше араһында Хәйҙәр ағайҙың яратҡан шөғөлө - ағас эше менән булышырға ла ваҡыт табыуы һоҡландыра.
Тормош иптәше Нажиә апай менән иңгә-иң терәп, татыулыҡта-хөрмәттә ғүмер итеүҙәренә быйыл 36 йыл тулған. Балалары ата-әсәһе биргән тәрбиә өсөн рәхмәтле. Улдары Илдарҙы юғалтыу ҡайғыһын да кисерергә тура килә уларға, шулай ҙа ауырлыҡтарға бирешмәй, лайыҡлы йәшәргә тырышалар. Айҙар менән Айгөл иһә форсат сыҡҡан һайын ауылға ҡайтып торалар. Баланың балаһы - балдан татлы тигәндәй, Нажиә апай менән Хәйҙәр ағай 3 ейән-ейәнсәрен һөйөп туймай. Беҙ барғанда ла ике ейәне уларға ялға килгән ине.
Оҫта ҡулынан бына ошондай матурлыҡ тыуа ла инде.