Мораҙым
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
17 Ғинуар 2020, 19:15

Күҙҙәр генә теймәһен...

Ауылыбыҙҙың ил өлкән кешеләренең береһе - Салауатова Разия Минһажетдин ҡыҙы 1930 йылдың 1 июлендә донъяға тәүге ауазын һалған. Бала сағы ауыр һуғыш йылдарына тура килгән уның, шуға ул осорҙоң бар михнәт һурпаларын етәрлек татыған.

Ауылыбыҙҙың ил өлкән кешеләренең береһе - Салауатова Разия Минһажетдин ҡыҙы 1930 йылдың 1 июлендә донъяға тәүге ауазын һалған. Бала сағы ауыр һуғыш йылдарына тура килгән уның, шуға ул осорҙоң бар михнәт һурпаларын етәрлек татыған. Һуғыш башланғанда 4-се класта уҡып йөрөгән була, заманаһы шундай булғас, өҫ-башта, аяҡта йүнле кейем юҡ, яланаяҡ йөрөмәҫ өсөн сабатаға брезент сандалиҙарҙың брезентын тегеп ала. Уҡыу кәрәк-яраҡтарын сепрәк моҡсайға һалып йөрөтә, хәйер, уларына ла ҡытлыҡ: китап-дәфтәр менән ҡара һауыты һирәк кенә кешелә була, пероны селеккә бәйләйҙәр, аҡ ҡағыҙ булмағанлыҡтан хат-фәләнде гәзит ситтәренә яҙалар. Ашау яғы ла бик наҡыҫ була, яҙ-йәй көндәре төрлө үлән менән тамаҡ туйҙыралар. Колхоз рәйесенең, хужаларҙың бер ус ашлыҡ өсөн 10-12 баланы баҫтырып тотоп баҙға бикләп ҡуйыуҙарын, сығырға теләп баҙ ҡапҡасын асырға маташҡан малай-ҡыҙҙарҙың ҡулдарын кесерткән менән саҡтырыуҙарын бөгөнгөләй хәтерендә һаҡлай ул. Уҡыу араһында үгеҙ егеп, ер тырматыу, иген утау кеүек эштәр күп эләгә үҫмерҙәргә.
1945 йылда, уның бәхетенәндер инде, фронттан атаһы ҡайтып төшә. Ҡыҙ уның ботинкаларын, фуфайкаһын кейеп Мораҡҡа килә. Уҡыуын ташлап, эшкә йөрөй. Сәсеү, ҡул салғыһы менән бесән сабыу, Мораҡ менән Ибрай ауылдары араһына юл һалғанда тупраҡ ташыу, ураҡ эштәренең уртаһында ҡайнау, көлтә һуғыу, билдән ҡар кисеп ҡул бысҡыһы менән Кананикольскийҙа урман ҡырҡыу – былар йәшлектәре һуғыш һәм һуғыштан һуңғы йылдарға тура килгән быуындың иңенә төшкән бихисап эштәрҙең бер аҙы ғына. Бер генә эштән дә ситтә ҡалмай Разия инәй. Эше тауҙай булһа ла, хаҡы – тамаҡ ялғарлыҡ ҡына булғанлығын күҙ йәштәре аша иҫләй ул.
Колхоз “Искра” совхозына әйләнгәс, 5 йыл бригадир Зариф Байғүбәковтың ярҙамсыһы ла булырға тура килә уға. Ат егеп, Ҡаран ауылында урынлашҡан “Победа” бүлексәһенә отчет бирергә йөрөй. Ул осорҙа халыҡ һаман таяҡҡа эшләп йөрөгән була әле. Бына шул “таяҡ”тарҙы һис йәлләмәй ҡуя йәш ҡыҙ.
Шәрифулла исемле егеткә кейәүгә сығып, 5 балаға ғүмер бирәләр, уларҙы оло тормош юлына сығаралар. Әлеге көндә ҡыштарын Мәләүез ҡалаһында йәшәүсе ҡыҙҙары Земфира менән Рәмзиәлә үткәрһә, яҙ етеү менән талпынып үҙ йортона ҡайта. Һаман да эшһеҙ тора алмай Разия инәй. Оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, картуфын да, йәшелсә-емешен дә, сәскәләрен дә үҫтерә, орлоҡ менән таныш-тоноштарын ҡыуандыра, ҡаҙҙар, тауыҡтар аҫрай. Башҡаларҙы һоҡландырырлыҡ ғүмер юлы үткән инәйгә артабан да һаулыҡ, ныҡлыҡ юлдаш булһын!
Миңзифа КӨҪӘПОВА.
Нуҡай ауылы.
Читайте нас: